Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 14:25

Алда онотолмаҫлыҡ студент тормошо көтә...

Айгөл Сөләймәнова, 1 курс студенты.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хаҡында мәктәптә уҡыған саҡта уҡ йыш ишетеп йөрөнөм. Белем алырға һәм бар яҡлап та үҫешергә ҙур мөмкинселектәр биргән ҙур, матур уҡыу йорто, бында уҡыған һәр студент был белем усағын тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Ә минең иғтибарҙы иһә бигерәк тә башҡорт филологияһы факультеты студенттары йәлеп итте. Уларҙың республикала ғына түгел, хатта Рәсәй, сит ил кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүҙәре мине ҡанатландырып, мәктәпте тамамлағас артабан ҡайҙа уҡырға барасағымды хәл итергә ярҙам итте. Был хыялымды мин, әлбиттә, маҡсат итеп ҡуйҙым һәм бойомға ашырҙым. Хәҙер мин был күркәм уҡыу йортоноң студенттары иҫәбендәмен.
Тәьҫораттарың нисек тип һорарһығыҙ. Шәп! Белем көнө "Буревестник" майҙанында тантаналы линейканан башлап китте. Артабан уҡыу йорто, уҡытыусылар, курсташтар менән танышыуҙар, ҡыҙыҡлы аралашыуҙар, күңелле уйындар, күстәнәс һәм бүләктәр байрамыбыҙҙы тағы ла йәмләп ебәрҙе. Көнөбөҙ кисен Салауат Юлаев майҙанында гитара моңона күңелле йырҙар менән тамамланды.
Алда хәҙер күңелле, онотолмаҫлыҡ студент тормошо көтә. Әллә күпме фәһемле осрашыуҙар, яңы танышыуҙар булыр, тағы ла бейегерәк үрҙәргә үрләрбеҙ тип ышанабыҙ. Тырышып уҡып, илебеҙгә, республикабыҙға кәрәкле шәхестәр булып сығайыҡ.
Читайте нас: