Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 10:15

11 сентябрь – Милли кейем көнө

Унда кемдәр сығыш яһаясаҡ?

11 сентябрҙә, Милли кейем көнө барышында Башҡортостан Милли музейында "түңәрәк өҫтәл" үткәрелә. Милли кейем халыҡтың донъяға ҡарашын, милли үҙаңын сағылдыра – һөйләшеү бына ошо темаға бағышлана.
"Түңәрәк өҫтәл" барышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың, республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың, милли кейем тегеү һәм биҙәүестәр яһау оҫталығын өйрәнеүгә, тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең сығыштары көтөлә. Филология фәндәре кандидаты, “Башкирские нагрудные украшения” китабы авторы Азат Ғарипов; Милли музейҙың этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Сәлимә Усманова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор бүлеге етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина, “Төньяҡ амурҙары” тарихи хәрәкәтен ойоштороусы һәм уның етәксеһе Юлай Ғәлиуллин һ.б. бар.
Сара барышында башҡорт милли биҙәүестәренә, уларҙы заманса эшләү юлдарына, килеп сығышын тикшереүгә ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған #МинеңМиллиБиҙәүесем флэшмобына йомғаҡ яһаласаҡ.
"Түңәрәк өҫтәл" иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Читайте нас: