Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 10:40

Сүпкә лә хаҡ артты

Мине шәхси сектор өсөн тарифтың ике тапҡырға тиерлек артыуы борсой.

1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарының тарифы арта. Әле күп фатирлы йорттарҙа хаҡ — 70 һум, шәхси секторҙа — 35 һум.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә яңы тариф яңғыраны:

«Махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы (Өфө һәм яҡындағы райондар):

Күп фатирлы йорттар — 75 һум, шәхси йорттар — 76;

«Дюртюлимелиоводстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Башҡортостандың төньяҡ өлөшө): күп фатирлы йорттар – 96 һум, шәхси йорттар — 77 һум;

«Экосити» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Башҡортостандың көньяҡ өлөшө): күп фатирлы йорттар — 94 һум, шәхси йорттар — 96 һум;

«Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Башҡортостандың көнбайыш өлөшө): күп фатирлы йорттар — 95 һум, шәхси йорттар — 96 һум.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Экология министрлығына алыҫтағы ҡасабаларҙан сүп-сар сығарған өсөн түләү мәсьәләһен күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса ентекләп ҡарарға ҡушты.

«Тәүге тариф – 70 һәм 35, илдә иң түбәне булды, улар иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән. Мин сүп-сар сығарыу системаһы яйға һалынғансы ошондай ҡарар ҡабул иткәйнем. Артабан барырға кәрәк, сөнки ҡый менән эшләү уны сығарыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Мине нимә борсой – шәхси сектор өсөн тариф ике тапҡырға тиерлек артҡан. Алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа айына бер тапҡыр сығарыла тип әйтергә мөмкин, халыҡ нимә өсөн түләргә тейеш?», — тигән һорау бирҙе Радий Хәбиров һәм ошондай ҡасабаларҙа йәшәүселәрҙән аҡсаны хеҙмәтте күрһәтеү фактына ҡарап йыйырға тәҡдим итте.

Читайте нас: