Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 21:00

Сода компанияһы экологияны боҙоуға юл ҡуйған

Уларҙан нимә талап итәләр?

Башҡорт сода компанияһының директорҙар советы рәйесе Григорий Рапота Башҡорт сода компанияһының экология йүнәлешендәге эшмәкәрлегенең бихисап һорауҙар тыуҙырыуын таныуын белдерҙе. Ул был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән ултырышта әйтте.
Уның һүҙҙәренә ярашлы, Башҡорт сода компанияһының генераль директорына әлеге мәсьәлә менән шөғөлләнеүҙе ҡушырға кәрәк. Предприятие директоры Эдуард Давыдов компания экологик программаға күберәк аҡса йүнәлтергә тейеш, тип белдерҙе.
“Завод эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле сеймалға килгәндә, иҫәпләүҙәр буйынса ул 2027 йылға тиклем етә”, - тине Эдуард Давыдов.
Григорий Рапота тәбиғәтте һаҡлау менән ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү балансын боҙоуға юл ҡуйылыуын, ошо сәбәпле халыҡта ризаһыҙлыҡ артыуын билдәләне.
Читайте нас: