Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 20:45

Республика Башлығы - Баймаҡта

Һеҙгә республиканан тағы ниндәй ярҙам кәрәк булыр?

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районына килде. Ул Ярат ауылында заманса уңайлыҡтары булған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашты, ауыл халҡы менән осрашты.

Ярат ауылында ФАП төҙөү эштәре үткән йылдың октябрь айында башлана. Проект-смета документтарын әҙерләү ауыл халҡы йыйған аҡсаға һәм эшҡыуар Мырҙаҡаевтың бағыусылыҡ ярҙамына таянып эшләнелә. Объекттың дөйөм хаҡы - 3,27 миллион һум. Яраттарҙың шатлығын Радий Хәбиров та уртаҡлашты, уларҙың һау-сәләмәт йәшәүен теләне. Әйткәндәй, Ярат ауылы халҡы хөрмәтле ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланы. Радий Фәрит улы уларҙы башҡорт телендә ихлас сәләмләне.

- Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар. Хәйерле көн, хөрмәтле баймаҡтар. Күптән бында килмәгәйнем. Күршеләргә, Сибайға, туғыҙ мәртәбә килдем, бында өсөнсө мәртәбә генә киләм. Шуға һеҙҙә проблемалар яйлап йыйылды. Бөгөн кәңәшләшеп бергә уйлайыҡ. Тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк? Һеҙгә республиканан тағы ниндәй ярҙам кәрәк булыр? Һеҙҙе бөгөнгө ваҡиға айҡанлы ҡотлайым, ҙур рәхмәт! — тине ул үҙ сығышында.

Радий Хәбиров халыҡ менән осрашҡандан һуң бер нисә күрһәтмә бирҙе. Улар араһында ауылды "зәңгәр ут" ҡа тоташтырыу, Яраттан Баймаҡҡа тиклем юл төҙөү, яңы ФАП-ҡа дарыуҙар һатыуға лицензия алыу, Күгиҙел ауылында быйыл уҡ яңы ФАП төҙөүҙе башлау кеүек мәсьәләләр бар.

Фото: Олег Яровиков.

Читайте нас: