Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 08:35

Уҡыусыларға 125 мең һум грант бирәләр.

Заявканы 14 йәше тулғандар тапшыра ала.

10 октябргә тиклем математика, информатика, һанлы технологиялар өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән мәктәп уҡыусылары грант алыуға ғариза бирә ала. Уның күләме 125 мең һум.
Республика Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ғариза тапшырыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү кәрәк. Грантҡа заявканы 14 йәше тулған уҡыусы йәки уның законлы вәкиле рәсмиләштерә ала. Грант биреү тураһындағы ҡарар быйыл 1 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк.
Электрон ғаризаға белем алған учреждениенан белешмә һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙе раҫлаған документтарҙың фотолары йәки күсермәләрен дә беркетеү мөһим. Шулай уҡ Рәсәй банкында асылған иҫәптең реквизиттарын да күрһәтергә кәрәк.
Быйыл 850 уҡыусыға гранттар биреү күҙ уңында тотола. Был “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекы
Читайте нас: