Сираттағы видеоконференцияла Рәсәй президенты В. Путин туризмды үҫтереү тураһында телгә алып китте. Ил башлығының фекеренсә, туристар быға тиклем кеше аяғы йүнләп баҫмаған урындарҙы ла күрергә тейеш. “Әлбиттә, ҡырағай тәбиғәт шарттарында бар нәмәнең дә алдан уйланылып эшләнеүе мөһим. Иң тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа кәрәк”, - тине ул.