Бығаса Өфө балалар филармонияһына (элекке Резина-техник изделиелар мәҙәниәт һарайы) килгән һәр кем шулай тип уйлағандыр. Бигерәк шөҡәтһеҙ ине шул. Был мәҙәниәт усағы 1970 йылда төҙөлгән һәм оҙаҡ йылдар уға ремонт эшләнмәгән. Ниһайәт, был биналағы етешһеҙлектәр ҙә етәкселәребеҙ күҙенә салына башланы. 2014 йылда мәҙәниәт һарайында йылытыу һәм һыу үткәргестәр, канализация системаһына капиталь ремонт яһалған. Тиҙҙән бында электр һәм вентиляция системалары, бәҙрәфтәр, бинаның түбәһе ремонтланасаҡ. Витраждар, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырыласаҡ. Бушлай Wi-Fi булдырыласаҡ, кафе асыласаҡ, яҡшы йыһазландырылған студиялар эшләйәсәк. Концерт залында заманса ҡоролмалар урынлаштыраласаҡ. Киләсәктә мәҙәниәт усағының эшмәкәрлеге тағы ла йәнләнер тип көтөлә.