Аппарат дөйөм анестезия үткәреү, үпкәне елләтеү һәм пациенттың йәшәү эшмәкәрлегендәге төп параметрҙарға теүәл мониторинг яһау өсөн тәғәйенләнгән. Ул табиптарҙың эшен еңеләйтә, ҡулланыу өсөн уңайлы һәм тәьҫирле. Анестезия һәм ингаляция ысулдарын да үҙ эсенә алған ҡорамал бәләкәстәрҙе һауыҡтырыуҙа ҙур ярҙамсы буласаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, балалар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыу иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Милли проект 9 маҡсатлы күрһәткесте үҙ эсенә ала. Шуларҙың араһында иң төп күрһәткес - балалар үлемен ҡыҫҡартыу. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға тыуымдың суммар коэффициентын 1,7-гә еткереү бурысы тора.