-31 °С
Болотло
«Үҫмерҙәр үҙҙәре ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, трассанан алыҫ булмаған һаҙлыҡлы урында булыуҙары тураһында әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың телефон зарядкаһы махсус хеҙмәттәргә шылтыратыу өсөн генә еткән», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Әле үҫмерҙәр юғалған урында кинологтар, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, полицейскийҙар һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Любовь Крашенинникованың билдәләре: буйы 157 сантиметр, тығыҙ тәнле, ҡара сәсле, йәшел күҙле. Аҡ блузка, ҡара салбар, күк кроссовка кейгән.
Данил Ғилемйәновтың билдәләре: буйы 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа аҡһыл һары сәсле, күҙҙәре йәшкелт-һоро.