Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 21:40

Радий Хәбиров еңелде

Искәндәр миңә мөмкинлек ҡалдырманы.

Радий Хәбиров шахмат уйынында Баймаҡтың 12 йәшлек уҡыусыһынан еңелде
Республика башлығы Радий Хәбиров шахмат уйынында Баймаҡтан алтынсы класс уҡыусыһы Искәндәр Фәйезовтан еңелде.12 йәшлек Искәндәрҙең ошо спорт төрөндә еңеүҙәре бик күп. Үҙенең йәш төркөмөндә ул Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы булып тора.
«Унан еңелеү оят түгел, — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә. — 15 йыллап шахматты ҡулыма алғаным юҡ ине. Нисек уйнарға кәрәклеген иҫемә төшөрөрмөн һәм еңермен тип уйлағайным, Искәндәр миңә мөмкинлек ҡалдырманы».
Читайте нас: