Ошо йылдың һигеҙ айында 256 мәйетте шулай күмгәндәр. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты ултырышында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов белдерҙе. Ул мәрхүмдәрҙе ерләү тәртибен боҙған өсөн штраф булдырырға тәҡдим иткән. Уның күләме 2-20 мең һум булыуы мөмкин.