Бер ир менән ҡатын Һиндостанға баралар. Тирә-яҡ тәбиғәт менән таныштырған экскурсовод крокодилдар йөрөгән йылға ярына еткәс: “Кемдә-кем ошонда һыу инеп тере сыға, 5 миллион доллар, юҡ икән ғаиләһенә 3 миллион доллар бирелә”, - тип әйтеп һала.
Бер мәл теге ир, сисенеп тә тормай, һыуға төшөп тә китә. Сәйәхәтселәрҙең күҙ алдында үлемесле алыш башлана. Хәлдән тайһа ла, теге крокодилдарҙан имен-аман ҡотола ала. Һыуҙан сығып, бер ни тиклем хәл йыйғас: “Кем мине һыуға этеп төшөрҙө?!” – тип ҡысҡырып ебәрә.
Сәйәхәтселәрҙең һәр береһенән ентекләп һораша башлағас, асыҡлана. Әлбиттә, ҡатынынан башҡа кем булһын?! ...Һәр уңышлы ир-аттың артында зирәк ҡатыны тора, тигән әйтем шунан барлыҡҡа килгән дә инде.