Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 13:06

Сәфәр. Хикәйә.

Сәйер юлаусыға килеп эләгеүемә үкенә биреп тә ҡуйҙым.

Ҡала гәзитендә эшләйем. Аҡса еткереп булмағанлыҡтан ял көндәре таксист хеҙмәтен дә үтәйем ҡайһы саҡ. Яйыма ҡарап. Аҡмаһа ла тама әҙләп. Эш хаҡыбыҙға, тамғанына ҡушып, малайҙы юғары уҡыу йортонда уҡытабыҙ, ҡалғаны аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алыуға, коммуналь түләүҙәргә китә. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡалар ише айыныҡын айына иҫәпләп, осто-осҡа ялғап көн итәбеҙ. Бына бөгөн дә таң менән көн ағышында эшләп алырға теләк белдереп диспетчер ҡыҙға шылтыраттым. Ул заказдарҙы ҡабул итә лә ҡайҙа барырға кәрәклекте әйтә. Шулайтып, бергәләп эшләйбеҙ. Буштың атаһы үлгән, тигәндәй, шунһыҙ булмай, аҙаҡтан дөйөм килемдән диспетчерға ла процентлап өлөш сығарам.
Иртәнге сәйҙе эсеп бөтөүем булды, кеҫә телефоным тауышланды:
—Ағай, бер ҡатын шылтыратты. Уны күрше районға алып барырға кәрәк икән, минең ме-нән алыҫ сәфәргә сығырға риза водителде тап, һораған хаҡын бирермен, тип тә өҫтәне.
—Аңлашылып бөтмәне бит әле, күрше районғамы, әллә алыҫ сәфәргәме? Тағы, күрше район тигәненең атамаһы барҙыр ул?
—Бына быныһын айырып ҡына әйтә алмайым, миңә нимә әйттеләр, шуны ғына еткерәм.
—Оҙон көндә башҡа мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бөтмәҫ әле. Көтәм.
—Көҙ көнө бөтә кеше баҡса мәшәҡәттәре менән булаша. Шылтыратыуҙар һирәк була, та-ғы бөгөн таксиға сығыусылар бер һеҙ генә түгел.
—Мәшәҡәттәр тигәндәй, мин дә кискеһен баҡсаға алма үҫентеләре ултыртырға йыйынғайным. Башҡа эштәр ҙә етерлек.
—Тимәк, риза түгелһегеҙ? Улайһа, икенсе берәүгә…
—Тороп тороғоҙ, күрше район тигәне, бәлки, ҡала менән сиктәш, яҡында ятҡан ауылдыр?
—Һеҙ минән һорау алғандай ҡыланаһығыҙ. Артығын белмәйем, тинем бит!—Ҡыҙ үпкә-ләгәндәй итте.
—Ярай, ҡылтайып барма, ризамын. Бында әйләнсек һарыҡ ише көнө буйы урамдар ҡыҙырғансы тура юлдан елдереүе күңеллерәк тә булыр. Теге номерҙы СМС менән ырғыт!
—Адресын яҙып алығыҙ!—Мәғлүмәтте блокнотыма теркәгән арала теге остан киҫәтеү ишетелде.—Вәғәҙә ителгән табыш мул булған осраҡта миңә тигән гонорар ҙа артыр тип ышанам!
—Ҡасан да булһа мутлашҡаным бармы?!
—Һеҙҙең дә кәзәгеҙ төкөргә генә тора инде ул!—Кәзекләшеүҙе шаярыуға борорға теләгән ҡыҙ көлөп ебәрҙе.—Хәйерле юл, абзый, имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Юлаусымды юллап ҡала ситенә килдем. Тимер юл вокзалына яҡын урынлашҡан өс ҡатлы йорт мин студент саҡта уҡ бар ине. Егерме йылдар самаһы элек үк иҫкергән һымаҡ күренгән торлаҡ хәҙер бөтөнләй туҙған, ташландыҡ хараба рәүешендә ҡалған. Ишек алдын сүп-сар үләндәре баҫҡан, ҡасандыр балалар өсөн әтмәләнгән майҙансыҡтың тимер ҡоролмаларын да тут ҡаплаған, ҡом йәшниге янындағы ултырғыста ҡояшта ҡыҙынырға сыҡҡан ике әбей генә суҡайып күренә. Тегеләргә ят кешенең күренеүе бөтөнләй тәьҫир итмәне, нимәлер ҡапҡандай тешһеҙ ауыҙҙарын мөйтәңләтеп ҡуйҙылар бары, шунан һүнеп барған ҡараштарын билдәһеҙлеккә йүнәлттеләр. Был йоҡомһорағандарҙан, ҡомдары ҡойолғандарҙан ниндәйҙер мәғлүмәт алырға тырышыу һөҙөмтә бирмәҫен белгәнгә белекле ҡиәфәттә тура ҡарап үттем. Һиҙемләүемсә, миңә беренсе подъезға инергә. Эстә лә шул уҡ емереклек: серей башлаған ағас рамлы тәҙрәләр, яҙылып-сығылып бөткән стеналар күптән аҡлау күрмәгән. Танауға тонсоҡ-торғос ауыр бесәй һыҡраһының еҫе бәрелде. Икенсе ҡатҡа күтәрелдем, кәрәкле фатирҙы табып дермантин менән көпләнгән ишек ҡаршыһына баҫтым. Саҡырыу төймәһенә ҡабат-ҡабат баҫһам да эс яҡтан яҡынлаусы тойолманы. Һаҡ ҡына тартҡайным, бикһеҙ ишек ауырлыҡһыҙ асылып китте. Эскә атланым да ярым ҡараңғы үткелектә туҡтап ҡалып һаҡ ҡына өндәштем:
—Инергә мөмкинме?
Төпкө яҡтан тоноҡ тауыш саҡырҙы:
—Үтегеҙ, мин бында!
Аяҡ кейемдәремде һалдым да яңаҡтар ғына ҡуйылған ишекһеҙ уйымдан зал яғына муйынымды һондом:
—Һаумыһығыҙ?
Буҫтау менән тышланған иҫке диванда ятып торған ҡатын тороп ултырып аяҡтарын түбән һалындырҙы ла шау һөйәк бармаҡтары менән ойпаланған сал сәстәрен һыпырҙы:
—Шөкөр әле…
—Такси саҡыртҡайнығыҙмы?
—Саҡырттым. Тапҡанһығыҙ бит. Һеҙгә күршенең стационар телефонынан шылтыраттым. Кеҫә телефоным боҙолғайны, уны йүнәттермәнем дә, хәйер, хәжәте лә юҡ инде ул нәмәнең.—Бер яҡҡа тартылыңҡырап эйәге менән ымлап эргәһенән урын тәҡдим итте.—Бынауында урынлашығыҙ.
Иҙән уртаһында һерәйеп тороуымды дауам иттем:
—Һеҙҙе күрше районға алып барырға, шулаймы?
—Шулай.
—Ҡайһы районға инде?
—Ултырығыҙ, тим бит! Һөйләшәйек-килешәйек башта.
Дивандың бер яҡ ситенә һаҡтым. Йорт хужаһы һыҙланғандай ҡорһағын ике ҡуллап ҡармап, минең барлыҡты онотҡандай тынып ҡалды. Ауыр тәҙрә ҡорғандары ярым-яртылаш тартылғанға бүлмәлә эңер бөләң-гертлеге. Һиҙҙермәҫкә тырышып ҡатынға һынаулы һирпелдем. Уға илле йәштәр тирәһе, шунан да артыҡ түгел, мәгәр йонсоу йөҙ, ауыр йөк күтәргәндәй һалынҡы яурындар уны күпкә оло итеп күрһәтә. Эңер шәүләһе, биреш-кән кәүҙә торлаҡта өмөтһөҙ сырхаулыҡ мөхитен яралтҡан. Шулай ҙа ҡатын бөтөнләй үк төҫ ташламаған, балауыҙ төҫөнә ингән яҫы маңлай, ҡара ҡыйғас ҡаштар, ҡырлас танау, урттары эскә тартылыңҡырағанға уймаҡланыбыраҡ ҡалған бит алмалары, ҡаны ҡасҡан йоҡа ирендәр уны һылыу итмәгән хәлдә лә һөйкөмлө, ылыҡтырғыс итеп күрһәтәләр.
Текәлеп алыуымды тойомлаған ҡатын ҡаштарын төйгәндәй иткәс, ҡарашымды ситкә алдым. Ошоғаса иғтибар ҙа итмәгәнмен, тотош йорт ҡаралтыһы: бер яҡ мөйөштәге тумбочка өҫтөнә ҡуйылған телевизор, эргәләге ишеге асыҡ йоҡо бүлмәһенән күренгән ағас карауат, трюмо, кейем шкафы, стеналағы картиналар йоҡа полиэтилен шыптыр менән ентекләп төрөлгәндәр икән дә баһа, хатта беҙ ултырған дивандың япмаһы ла бер яҡҡа ҡайырылған, тороп китеү менән ул да ҡаплап ҡуйылыр, моғайын. «Тимәк был ҡатын ҡайҙалыр китергә булған…»
—Оҙайлы ваҡытҡа йыйынам шул.—Йорт хужаһы ҡуҙҙай янып барған күҙҙәрен тәнемә үтәләй сәнсеп әйтерһең дә уйымды уҡый. Ҡоласын ян-яҡҡа йәйҙе,—ә бына был донъяны ҡалдырып китер бер кемем юҡ. Fәжәп шулай бит? Тирә-яғыңда меңәрләгән халыҡ, һәммәһе ҡайҙалыр ашыға, йүгерә өлгөрөргә тырыша, ә һин әйтерһең дә айҙа, әҙәм аяғы баҫмаған утрауҙа бер үҙең, һәм һиңә әлеге мәлдә бер ни ҙә кәрәкмәй, үтер һуҡмағыңды үткәнһең, әйтер һүҙҙәрҙе күптән әйткәнһең, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшеңде ослағанһың, таш диуарыңа бикләнгәнһең дә көтөп торор яҡының булмағас бер ҡайҙа ла ашыҡмайһың!—Ҡабалан ғына сәғәткә ҡарап алыуым йәнә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.—Күрәм, һеҙ ҡабаланаһығыҙ?
—Эйе. Бөгөн күсер хеҙмәтендә йөрөйөм, иртәгә таңдан эшкә.
—Эшкә? Һеҙ бәхетле кеше. Ә ни сәбәптән ике урында йөрөйһөгөҙ?
—Билдәле инде аҡса еткереп булмай…
—Ул нәмә бер ваҡытта ла етмәй инде ул. Бына мин дә ғүмерем буйы килем артынан ҡыу-ҙым, бол йыйҙым, байырмын да иртәгә матур, етеш, бойондороҡһоҙ йәшәй башлармын, тип хыялландым. Баҡтиһәң, йыйған мөлкәтең сүллектәге ҡом менән бер икән ул. Бер килеп, күҙ менән ҡаш араһында уның хәжәте лә, кәрәге лә бөтә. Иртәгәге билдәһеҙлеккә сорналған көндө ҡайғыртмай бө-гөн, хәҙер йәшәп ҡалырға кәрәк… Ошо ябай ғына тормош хаҡиҡәтенә төшөнөп өлгөргәндә һуң ине шул, үтә лә һуң… Хәйер, ингәндән алып башығыҙҙы тормош фәлсәфәһе менән ҡаты-рам. Әйткән-дәрем әлеге мәл-дә һеҙгә үтемһеҙ аш менән бер, уларҙы һеҙ аңламайһығыҙ ҙа, ҡабул итергә лә теләмәйһегеҙ. Һөйләшәйек-килешәйек, тинем бит әле, мине күрше районға алып барырға кәрәклекте беләһегеҙ?
—Шуның өсөн килдем дә инде.
—Беҙҙең сәфәр көнө буйына һуҙылыр, моғайын.
—Ул хаҡта ла әйттеләр.
Сәкәләшеүгә тартым ҡыҫҡа яуаптарым ҡатынға оҡшаманы шикелле, ул ирендәрен ҡымтый биреп ултырҙы ла ҡәтғи итеп һораны:
—Тимәк, һеҙ риза?
Килешкәнлегемде белдереп, ҡоласымды йәйҙем.
—Тағы ла бер шартым… Юҡ, ниндәйҙер шарт ҡуя алмайым, бер үтенесем бар. Көн барышында, зинһар, мине ҡабаландырмағыҙ. Fүмер башы таң тиҙәр бит, ә беҙ йыйынған ергә кис барып етһәк яраған. Тағы—минең һөйләгәнде тыңлағыҙ. Һүҙ ҡыҫтырмай, яуап бирмәй генә тыңлағыҙ. Өнһөҙ тыңлай белеү ҙә үҙенә күрә һәләт. Һәм һуңғыһы—ошо көн өсөн һеҙ талап иткән хаҡты түләрмен…
Сәйер юлаусыға килеп эләгеүемә үкенә биреп тә ҡуйҙым. Ҡала буйлап кешеләрҙе йөрөтөүе үтә лә ябай: алып барыр ерҙе әйтәләр һәм, барып етһәң, тейеш хаҡты түләй һалалар ҙа сығып та китәләр, ниндәйҙер шарттар ҡуйыусы, урынһыҙ хәбәр менән башты ҡатырыусыны тапмаҫһың. Ә бында ҡартая барған ҡатынды тейәп йөрө инде, йәнә, күрше районға тиһә лә аныҡ ҡына ҡайҙа барыуы ла билдәһеҙ бит әле. Бәлки был мыжыҡ психик яҡтан сирлелер? Ер аяғы ер башына алып барыр ҙа хаҡ бесеп мәшәҡәтләнмәй кире алып ҡайтыуҙы талап итер, йә, барып еткәс, түләргә аҡсам юҡ, тип сығып һыҙыр. Ышан хәҙерге кешегә!
—Юҡҡа шөбһәләнәһегеҙ, бөтәһе лә һәйбәт булыр!—Ҡатын йәнә минең уйымды уҡыны булыр.—Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ башта, шунан ҡуҙғалырбыҙ.
—Бәлки, мин тышта ғына көтөрмөн. Машинала.—Уңайһыҙ-ланғандай иттем.
—Өҙәрем сәфәргә тәғәмләнеп сығалар, шулай тейеш!—Ҡа-тын кире ҡаҡҡыһыҙ тонда әйтте лә тороп аш бүлмәһе яғына йүнәлде. Ысынлап та тыйнаҡ табын алдан әҙерләп ҡуйылғайны, бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған һауыттарға май, ҡайнатма ҡуйылған, колбаса, сыр киҫәге, икмәк теленгән. Бәләкәй термостан сәй яһалһа ла хужабикә, ни сәбәптәндер, үҙе алдындағына ҡағылманы, ирендәрен ялағандай итеп алды ла эйәген терһәкләгән ҡулына терәне.—Рәхим итеп барына етешегеҙ!
Бергәләп эселмәгән, әңгәмәгә ялғанмаған сәйҙең ни йәме лә ни тәме, бер ҡабым икмәкте мөйтәңләтеп йотоп алдыма ҡуйылған һауытты ҡарһалан бушатҡас, хуш ҡылырға ашыҡтым. Хужабикәнең дә көсләй-ҡыҫтай һыйларға яйы юҡ ине шикелле. Тор-ҙо, табынды йыйыштырғас, өҫтәлде йәнә шыптыр менән япты һәм аңлатҡандай итеп әйтте.—Ҡаланың икенсе осонда әхирәтем йәшәй, фатирҙың икенсе асҡысы бар унда, моғайын да килеп бындағын йыйыштырып алыр. Япа-яңғыҙмын, тиһәм дә бохар бесәйемде уға ҡалдырҙым.—Алдан әҙерләгән кейемен кейҙе, ишек төбөнә бәләкәй сумаҙанын алып барып ҡуйғас, бүлмәләр буйлап йөрөп ҡаралтыны тотҡолап ҡарарға керешеп китте, стеналарҙы һыйпап сыҡҡас ҡорғанды киң итеп бер яҡҡа тартып, тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты:
—Ошонда тыуғанмын, башта атай-әсәйем менән йәшәнек, шунан ирем менән. Фатирҙағы һәр һыр таныш, күңелемә яҡын. Бында яҡындарымдың йылыһы һеңгән… Ултырып алайыҡ.—Баяғы урынға—диванға—барып һағып тын ҡалдыҡ.—Киттек!
—Хәйерле сәғәттә!—тинем. Теләгем юлдашым тарафынан күтәремләнмәне.
Серле, йомаҡҡа тартым сәфәргә сығабыҙ түгелме? Ҡайҙа йыйына һуң был ҡатын? Күрше районғамы, әллә унан арыраҡҡамы? Бәлки дауаланырғалыр? Улай тиһәң, ҡала менән район дауаханаһын сағыштырыу мөмкинме? Күсенәм, тиһә яңғыҙ башына ауылда түгел бында ла урын етерлек. Йәнә ҡалала мейес яғаһы, һыу ташыйһы түгел. Фатирындағы әйберҙәрҙе йыйыштырғас, тыҡшырғас оҙаҡҡа китере билдәле, тик ул бында ҡасан да булһа кире ҡайтырға ниәтләйме икән? Башта уҡ танышырға кәрәк ине лә бит, ни сәбәптәндер мин дә өндәшмәнем, ҡатын да теләк белдермәне. Хәҙер ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу ҙа урынһыҙ һымаҡ. Шулай итеп ике сит һәм ят кеше билдәһеҙлеккә китеп баралар…
Ашыҡмай ғына ваҡ-ваҡ баҫҡан аҙымдарға самалап подъездан төшкәндә лә, кабинаға инеп ултырғанда ла башымда ошондай уйҙар ҡайнашты. Теге ике әбей һаман да булһа ҡуҙғалмағандар, әйтерһең дә балауыҙ һындар, таш балбалдар урындарына кибеп ҡатҡандар. Хәлбүки, мөсһөҙ һындарында йәндәре бар икән әлегә, өҙәрем сәфәргә йыйыныуыбыҙҙы тойомлап ыҙалай-йонсой урын-дарынан ҡалҡтылар ҙа береһе һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыймылдап беҙҙең тарафҡа суҡындырыу хәрә-кәтен оҙатты, икенсеһе ирендәрен йыбырлатып хуш ҡылғандай сырыш баҫҡан биттәрен һыпырҙы.
Ҡуҙғалып киттек. Ҡатын артына әйләнеп юғарыға ҡараны ла, таныш тәҙрәләргә ҡарашын туҡтатҡас, күҙҙәренән ике тамсы һығылып сығып, аҡһыл биттәр буйлап түбән тәгәрәне.
Ҡала үҙәгенән үткәндә арт яҡтан яурыныма бармаҡтар ҡағылды:
—Бер аҙ ғына ошонда туҡтап китәйек әле.
Сығып парктағы ситке ултырғысты биләнек.
—Мәктәптән сығам да ошо ерҙә әсәйем менән атайымдың ҡайтыуҙарын көтә торғайным.—Ҡул алға һонолдо.—Анау урамдан маршруткала йөрөгән атайым, ә бынауһынан дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән әсәйем бер үк ваҡытта күренә-ләр. Һөйләшеп-килешеп ҡуйғандар, тиерһең. Шунан магазиндан туңдырма һатып алабыҙ ҙа ҡайтырға сығабыҙ. Етәкләшеп. Уртала мин, ҡулымдағын кинәнеп ялай-ялай атлайым. Ул саҡта туҡдырманы һөттән әүәләйҙәр ине. Барыбер тәмле, телеңде йоторлоҡ. Бала саҡта ҡапҡан һәр аҙыҡ шулай татлы булалыр, ғүмергә хәтерҙә ҡалалыр ул. Бәхетле саҡтар булған! Тегендәге, хәҙер банк урынлашҡан йортта элек универмаг ине. Сығарылыш кисәһенә ке-йемде шунда барып һайланыҡ. Әхирәтемдә булған ялтыр туфлиҙар, шул уҡ төҫтәге сумочка таптырып бер булдым, илап та бөттөм хатта. Һүҙемде һүҙ иттем тәки, теге әйберҙәрҙе ҙур ҡаланан барып алдыҡ. Студент саҡта ла шул универмагтан сығышмай инек, барабыҙ ҙа ҡиммәтле әйберҙәр-ҙе кейеп ҡарарға тотоноп китәбеҙ, ә кеҫәбеҙҙә утыҙ һум аҡса, студенттың шул осорҙағы бер айлыҡ степендияһы. Атайым, әсәйем һәйбәт кешеләр ине, улар минең өсөн генә йәшәнеләр һымаҡ: теләгәнемде алып кейҙем, йәнем һөйгәнде таптырып ашаным. Ә мин уларҙы ҡайғырттыммы икән? Белмәйем. Fүмер буйы шулай дауам итер һымаҡ ине лә юҡ икән, бер көн бер төптән атайым, шунан әсәйем китеп барҙылар. Мәң-гелеккә. Берәүһе төшкә ҡәҙәр, икенсеһе төштән һуң. Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл. Кеше ҡәҙере үҙе кит-кәс кенә беленә икән, яҡындарымды улар баҡыйлыҡҡа күскәс кенә һағынып-юҡһына башланым.
Училище янында туҡталдыҡ. Ҡапҡа ауыҙына баҫтыҡ.
—Йәшлегем ошо уҡыу йортонда үтте. Буласаҡ ирем менән дә ошонда таныштыҡ. Ул ауыл малайы ине. Башта ҡойто ғына кейенгән өтөрөй сәсле, ҡатма буйлы егетте күрмәмешкә һалыштым. Билдәле, мин бит һуңғы модала кейенгән, башҡаларҙан бер башҡа юғары ҡала ҡыҙы, ауылдан сыҡҡандарҙы күрмәйем дә күҙгә лә элмәйем! Бара-тора күрмәлекһеҙ егет тотош күңелемде яуланы. Төҫкә-башҡа сибәр булмаһа ла күңеле матур ине уның, шиғырҙар ҙа яҙа ине, өҫтәүенә моңло итеп йырлай ҙа. Бер һүҙ менән әйткәндә өйләнештек. Гөрләтеп туй үткәрҙек, башта ауылда, шунан бында, ресторанда. Ирем атай-әсәйемдең вафатына ике ай ҡалғас ҡына беҙгә килеп йәшәй башланы. Уҡыуҙы тамамлағас, бер үк мәктәпкә эшкә барҙыҡ, мин башланғыс кластарға, ирем хеҙмәттән уҡытты, ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланыҡ.
Ҡала дауаханаһы янынан үткәндә йәнә үтенес ишетелде:
—Туҡта әле ошонда, бер аҙға ғына.—Әммә ҡымшанманы, ултырған урынында ҡалды. —Ошо дауаханаға әллә нисә тапҡыр килдем. Сырхап түгел. Абортҡа. Ирем тилмереп бала теләне, ә мин юҡ. Кәүҙәм боҙола йәнәһе лә. Үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалайыҡ башта тинем, шунан бала табырға өлгөрөрмөн. Ирем ошонда килеп ишеккә арҡыры баҫып индерергә теләмәгән саҡтары ла булды. Ул миңә һис ҡасан ҡул күтәрмәне. Әммә һуңғы килгәнемдә сикәмә сабып ебәрҙе. Шул иҫкәртеү ҙә туҡтатманы. Аҙаҡтан бик теләһәм дә ауырға ҡала алманым. Тағы ла дауаханалар ишектәрен ҡаға башланыҡ. Был юлы бала таптырып. Әле тыумаған баланың ғүмерен ҡыйыу үҙе үк гонаһ, шулай булғас, мин баштан-аяҡ гонаһҡа батҡан кешемен. Иремдән, тыумайынса уҡ йәндәре ҡыйылған балаларымдан кисереү, Хоҙай Тәғәләнән ярлыҡау һорарға хаҡым юҡ.—Ҡатын өшөгәндәй ҡулдары менән яурынын ҡармап, бөршәйеп тынып ҡалды.—Ә хәҙер сәскә магазинына һуғылайыҡ. Шунан ҡала зыяратына инербеҙ. Башҡа барыр һәм туҡталыр ерем ҡалманы.
Ҡәбер ташынан урта йәштәрҙәге мөләйем йөҙлө ир һәм сәс толомдарын алға төшөргән һылыу ҡатын ҡарайҙар.
—Атайым талантлы кеше ине, һүрәттәрҙе, портреттарҙы килештереп эшләне. Әгәр мәлендә һынлы сәнғәт йүнәлешенән китһә ҙур уңыштарға өлгәшер ине, һис һүҙһеҙ өлгәшер ине. Беҙҙең фатирҙағы барлыҡ картиналар ҙа уның ҡул эштәре. Уларҙы ҡаплап өлгөргән инем шул, шуға күрә алманығыҙ. Ә әсәйемә килгәндә, аш-һыу бешерергә оҫта булды, кейемдәрҙе ҡойоп тегә, күҙҙең яуын алыр селтәрҙәрҙе килешле итеп сигә ине. Иремдең ҡәбере ауылда. Ә унда шундай йола йәшәй, яҡын туғандарҙы бер урынғараҡ ерләйҙәр. Яҡындарының үтенесе буйынса алып барҙыҡ. Ул иртә үлде. Түлһеҙ көн иткәс, йәшәүебеҙҙең рәте китте, сабый тауышы ишетелмәгән, түргә сәңгелдәк эленмәгән өйҙөң ҡото ла, йәме лә булмай. Ирем эскегә һабышты. Эшенән ҡыуҙылар. Шунан ҡыш көнө иҫерек килеш урамда ятып ҡатты. Уның үлемендә лә туранан-тура ғәйеплемен, балабыҙ булһа моғайын да тормошобоҙ икенсе, бәхетле йүнәлештән китер ине, бәлки. Үткәндәрҙе үҙгәртеү мөмкин түгел, бик теләгән хәлдә лә. Бөтә булған көстө киләсәкте боҙмаҫ өсөн йүнәлтергә кәрәк тә бит. Һуңланым…—тыны быуылғандай бер аҙ туҡтап ҡалғас өҫтәне.—Мин ирем менән дә бәхилләштем. Кисәге көн.—Аяғөҫтө баҫып ҡәбергә эйелде, фатир эсендәге ише аҡ мәрмәр таштарға беркетелгән фотоларҙы берәмтәләп һыйпағандай итте.—Бәхилләшәйек, атай-әсәй, белә күрә, йә ирекһеҙҙән ҡылған хаталарымды берүк кисерегеҙ…
Машинаға инеп ултырғас, ул ойоғандай итеп тынып ҡалды ла ҡаланы сыҡҡас, ары ҡайһы тарафҡа барырға кәрәклекте әйтте:
—Ошо йүнәлеште тотайыҡ, тағы өс ауылды үткәндән һуң һулға ҡайырылырға икән. Тағы ла ун-биш-егерме саҡырым үтһәң, юл ҡырындағы йорт тинеләр…
Бына ғәжәп, тотош донъяһын оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдыра, ә ҡайҙа барғанлығын аныҡ ҡына итеп әйтә алмай, кемдеңдер өйрәткәнен ҡабатлай.
Юлдашымдың әүелйеүе оҙаҡ дауам итмәне, ул үҙе менән алған сумочкаһынан бәләкәй китап килтереп сығарҙы ла шуға текәлде. Машинала барышлай уҡыуы яйһыҙҙыр, мәгәр ул ҡулындағын һалырға йыйынманы ла.
Тау-ташлы ерҙәргә сығып юл биленә һуғып туғарланған йыландай уңға-һулға ташлана башлағас, машинаны туҡтаттым:
—Бер аҙ ял итеп алайыҡ. Арығанһығыҙҙыр.
—Әйҙәгеҙ һуң.
Тау битләүенә йүнәлдек.
—Ошонда ғына ултырып алайыҡ. Ары, бейеккәрәк үрләргә хәл етмәҫ, тине ҡатын.
Үләндәре кибә башлаған ҡыртышҡа сүктек. Көҙ айының иң йәмле, бер аҙ моңһоу ҙа, бер аҙ болоҡһоу ҙа көндәренең береһе—әбейҙәр сыуағы. Сабырлыҡ мәле. Күк төпһөҙ зәңгәр, ҡыҙғылт-һары усаҡта дөрләп янған ағастарҙан әкрен генә япраҡ ямғыры яуа. Һауа йылымыс то-йолһа ла унан көҙ һулышы килә. Унда-бында йәшен сатҡыһылай ялтылдап үрмәкес ауҙары оса. Бик бейектә торналар өсмөйөшө күренде, ҡолаҡҡа наҙлы һаубуллашыу ауазы салынды: «Тро-йоҡ… тройоҡ…»
Ҡатын ҡулын ҡаштары өҫтө-нә ҡуйып ҡоштарҙы офоҡта иреп юғалғансы оҙатты:
—Яратам көҙ айҙарын. Ян-тирәлә иҫ китмәле күренеш. Ә һеҙгә ниндәй миҙгел оҡшай?
—Яҙ айы. Донъяның сәскәгә төрөнөп яңы ғына уянған сағы. Миңә ҡалһа, бер яҙҙы оҙатҡандан һуң икенсеһенең килгәнен көтөп ғүмер үткәрәм.
—Ниңә уны көтөргә? Әйләнә лә килә инде. Әле һеҙҙең әллә күпме яҙҙарҙы ҡаршылайһығыҙ бар.—Ҡулынан төшөрмәгән китапсығын күрһәткәндәй итте.— Шиғырҙар китабы… Поэзия… Поэзия шиғырҙарҙа ғына асылып бөтмәй, бына ошо тәбиғәт күренешендә лә сағыла… Поэзия ул—зәңгәр күк, ағастарҙан япраҡтарҙың талғын ғына тағатылыуы, йылымыс елдең биттәрҙе иркәләүе. Бөтә урында ла матурлыҡ, тәбиғи нескәлек, ҡабатланмаҫ сафлыҡ. Ана шуларҙың барыһы бер юлы поэзия тип атала ла инде…—Ерҙең йылыһын тәненә һеңдерергә теләгәндәй устарын ҡыртышҡа һалды.
Һиҙемләүемсә юлдың яртыһын ауҙарҙыҡ та шикелле, теге өсөнсө ауылдың осона сыҡҡас һулға ҡайырылдыҡ. Тимәк, тағы ла ун-биш саҡырым бараһы әле. Беҙ тау битләүендә саҡта офоҡ ситенә һаҡҡан босҡаҡтай ғына болот тиҙ арала үҫә барып тиҙ арала күк йөҙөн ҡапланы һәм оҙаҡ көттөрмәй йәшенләп ямғыр яуа ла башланы.
—Йәшен хушлаша һымаҡ…—тине ҡатын.
—Быҫҡаҡ бынан да ары яуыр. Йонсоу көндәр башлана.—Әйтелгәндәр менән килешкәндәй итеп өҫтәнем.—Һеҙ иғтибарлап ҡарап барығыҙ, ямғыр шаршауы аҫтында теге йортто үтеп китмәйек тағы.
—Үтмәбеҙ. Юғалтҡан хәлдә лә ул беҙҙе үҙе килеп эҙләп табыр… Хәйер ана ул!
Бер яҡ ситтә бейек тимер рәшәткә менән уратып алынған ике ҡатлы йорт күренде. Шунда ҡайырылдыҡ. Биләмә эсендә оҙон рәттәргә теҙеп ултыртылған ағас-ҡыуаҡтар әле генә яуып үткән ҡойма ямғырҙан күшегеп ҡалғандар төҫлө, аҙым һайын тиерлек табаҡтай йәйелеп күләүектәр хасил булған.
—Сумаҙанымды тотоп барығыҙ, зинһар?—Ҡатын шулай тине лә аяҡтарын сылатырға теләмәй күләүектәрҙе урап үтеп алдан төштө. Килеүебеҙҙе, күренеүебеҙҙе генә көтөп торған тиерһең, йорт күтәрмәһендә аҡ халатлы ҡыҙ күренде лә ҡабаланып беҙгә ҡаршы атланы, ярҙам итергә теләгәндәй ҡатынды ҡултыҡлай һалып алды. Улар әкрен генә баҫып эскә үттеләр ә мин ишек өҫтөнә эленгән алтаҡтаға ҡараным. «Хоспис! Бына ҡайҙа килгәнбеҙ икән!» Ошо һүҙҙәрҙе шыбырлап уҡығас быуындарым таралғандай итте, ишек ауыҙындағы баҫҡыс тотҡаһына йәбештем. «Юлдашым бында һуңғы көндәрен үткәрергә килгән, ә үҙе инешләй күләүектәрҙе урап үтте… Әҙәм балаһы шулай инде ул, һуңғы сәғәтенә саҡлы аяҡтарын еүешләүҙән ҡурҡа!» Бер аҙ урынында тапанғас эс яҡҡа атланым. Ҡатын мине көтөп стена ҡырына ҡуйылған диванға сүккән икән.
—Рәхмәт һеҙгә. Һис мыжымайынса тотош бер көнөгөҙҙө минең менән үткәрҙегеҙ. Шул тотош бер көнөгөҙҙөң хаҡы күпме тора инде?
—Түләү кәрәкмәҫ. Артыҡ ара ла үтмәнек. Ҡайтышлай район үҙәгенә лә һуғылам әле. Унда йомошом бар ине. Үҙ эше менән йөрөгән кешегә ултырып килдем икән тип иҫәпләгеҙ.
—Хәйләләшмәгеҙ. Мине йәлләйһегеҙме? Кәрәкмәй! Һеҙгә бурыслы булып ҡалайыммы?
Ни тип яуап бирергә лә белмәй ауырһынып ҡалдым.
Ҡатын хәлемде төшөнгәндәй сумочкаһынан сепрәк кәшелүк килтереп сығарҙы ла ундағы ҡағыҙ аҡсаларҙы иҫәпләмәй генә усыма йомдорҙо.—Бар аҡсам ошо. Етер моғайын. Имен-аман, сәләмәт йәшәгеҙ. Иң беренсе теләгем, һис ҡасан гонаһ ҡылмағыҙ, кешегә үс һаҡламағыҙ, асыу тотмағыҙ һәм ана шул яҡшылыҡтарығыҙ иртәме-һуңмы бер килеп игелек булып кире һеҙгә әйләнеп ҡайтыр… Һәр нимәнең аҙағы нимәнеңдер башы ул, ниндәйҙер бөйөклөктөң, яҡшы башланғыстың башы… Тағы һеҙгә бер үтенесем бар. Был тарафҡа юлығыҙ төшһә, алмағас үҫентеһен индереп ҡалдырығыҙ инде. Әҙерәк хәл йыйып алам да шуны ошо биләмәләге баҡсаға сыға-рып ултыртам. Әйҙә үҫһен, яҙ һайын аҡ сәскәләргә төрөнһөн, көҙ көнө мул уңыш бирһен. Ә хәҙер хушлашайыҡ.—Ҡатын боҙҙай һалҡын бармаҡтары менән ҡулымды ҡарманы.
Теге шәфҡәт туташы урын хәстәрләп килгәндер, пациентын ҡултыҡлап ҡайҙалыр алып китте лә бер аҙҙан ишек төбөндәге өкәлтәгенә инеп ҡағыҙҙар ҡыштырҙата ла башланы. Быяла тәҙрәгә яҡынланым:
—Һеңлем, бына ошо аҡсаны яңы килгән ҡатынға тапшырһағыҙ ине.
—Күреүемсә, апай уны һеҙгә юл хаҡы итеп бирҙе. үпкәләйәсәк. Ярамай!
—Улайһа былай ғына ҡабул итегеҙ. Бындағы кәрәк-яраҡҡа!—үрелеп усымдағын эстәге өҫтәлгә һалдым да сығыу яғына йүнәлдем.
—Ағай, улай ярамай, беҙҙә улай ҡабул ителмәгән…—Албырғап ҡалған ҡыҙҙың тауышы артымдан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
Машинама инеп ултырҙым да рулгә эйелдем. Башымда буталсыҡ уйҙар сыуалды: «Кешенең ғүмере оҙон бер юлдың бер осонан икенсе осона сыҡҡансы ғына булған ара. Унан кире, йәки ситкә ҡайырылыу, уны үҙгәртеү мөмкин түгел. Һәр кемдең үҙ һуҡмағы, әммә шул һуҡмаҡта эҙ ҡалдырырға кәрәк, һис ҡасан юйылмаҫлыҡ яҡты эҙ!» Ҡарашымды биләмә эсендә теҙелгән ағастарға йүнәлттем. Улар ҡасандыр ошо йортта һуңғы көндәрен үткәргән кешеләрҙең йәшәүен дауам итәләр һымаҡ. Ҡолағымда юлдашымдың һүҙҙәре яңғырап киткәндәй итте: «Бер нимәнең аҙағы нимәнеңдер башланғысы ул!» Тимәк йәшәү дауам итә…

Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Читайте нас в