11 – 13 сентябрҙә “Киләсәк уҡытыусыһы” тип аталған конкурс үтте. Иҙел-Урал төбәгенең 12 төбәгенән йыйылған педагогтар араһында йәмғеһе 45 команда ҡатнашҡан.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған был конкурстың ярым финалында Башҡортостандан 5 команда ла бар.
Улар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се лицей уҡытыусылары ла еүең артынан килгән. Елена Пояркова математиканан белем бирә. “Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым. Сере ябай ғына. Таҡтаға яҙырға яраттым. Көн дә аҡбур тотоп уҡыусылар алдында тороу хыялым тормошҡа ашты. 12 йыл һайлаған һөнәремә тоғромон”, - ти ул.