Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 13:00

Ауырыуҙы һатып алабыҙ...

Аҡсаң ғына булһын!

Балалар аҙығының хәҙер ниндәйе генә юҡ. Тыуыу менән үк ашата, эсерә башларға мөмкин. Аҡсаң ғына булһын. Етмәһә, уңайлы ла. Плитә алдында ла аяҡһып тормайһың, ҡайҙа кәрәк шунда һалып алып сығаһың да китәһең! Әммә бер рәхәттең мең ҡыйыны була тигәнде лә оноторға ярамай. Йылдар буйы буйы боҙолмай һаҡланһын өсөн эшләнгән аҙыҡтар менән ауырыуҙарҙы ла һатып алабыҙ.
Һуңғы арала, мәҫәлән, ҡаплы һуттарҙың зыяны тураһында күп яҙалар. Бигерәк тә, балалар һаулығы өсөн зарары күп икән. Улар тәмле-татлыны былай ҙа күп ашай. Әгәр ҙә шау шәкәрҙән һәм химикаттарҙан ғына яһалған нәмәләрҙе лә эсә икән, иң беренселәрҙән булып ашҡаҙан аҫты биҙе үҙенең йонсоғанын һиҙҙертә башлар. Шуға ла, таҙа һыу менән генә хушһына алмаған тәмлетамаҡтарға өйҙә ҡайнатылған компоттар, морстар эшләп эсерергә тура килер.
Читайте нас: