Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 12:55

Коронавирус менән сирләүселәргә күпме страховка ҡаралған?

Каронавирус инфекцияһынан зарар күреүселәр менән эшләү мәлендә ауырып китеп мәрхүм булып ҡалған табиптарҙың ғаиләһенә 2, 75 млн һум страховка аҡсаһы түләү ҡаралған. Бындай түләүҙе республикала дүрт ғаилә алған.

Бәләбәй Үҙәк дауаханаһының COVID-19 менән ауырыған 68 табибы үҙҙәренә тейешле страховка түләүҙәре алды. Был дауахана Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһынан ҡала коронавирус инфекцияһынан ҙур зыян күргән медицина учреждениеһы. Бынан тыш сирҙе ауыр һәм уртаса ауырлыҡ менән үткәргән 13 хеҙмәткәр шифахана-һауыҡтырыу сертификаттарына эйә булды. Дөйөм алғанда республикала 900-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре коронавирус инфекцияһы менән ауырыған.
Рәсәй Президенты указына ярашлы медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә страховка түләү ҙә ҡаралған. Каронавирус инфекцияһынан зарар күреүселәр менән эшләү мәлендә ауырып китеп мәрхүм булып ҡалған табиптарҙың ғаиләһенә 2, 75 млн һум страховка аҡсаһы түләү ҡаралған. Бындай түләүҙе республикала дүрт ғаилә алған. Короновирус үткәреү сәбәпле инвалид булып ҡалған медиктарға һәм тиҙ ярҙам машинаһы водителдәренә 680 мең һумдан 2 миллион һумға тиклем аҡса түләү ҡаралған. Һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле, ваҡытлыса эштән ситләтелгән табиптар 68 мең һум аҡса аласаҡ.
Читайте нас: