Ҡатыным һәр ваҡыт маҡтап ҡына тора. Һин йыуған иҙән ялтлай, һин киҫкән икмәк тә тәмлерәк күренә, гөлдәр ҙә һин тәрбиәләгенде нығыраҡ ярата... Үҙемдең шәплегемә тамсы ла шикләнмәнем. Ул әйткәнде лә көтмәй, осоп ҡына йөрөп, йорт эштәрен “һә” тигәнсе башҡарырға күнектем.
Сер көтмәгәндә асылды. Ата-әсәһенең баҡсаһына ярҙамлашырға барған инек. Бер мәл бәүелсәктә китап уҡып ятҡан ҡәйнәм ҡайныма: “Кишер түтәлдәрен ҡыйҙан таҙарт әле! Һинән һуң бер сүбе лә ҡалмай, хатта һуңынан оҙаҡ сыҡмай утыралар”, - тигәс, барыһын да аңланым.