Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 08:10

Йәнә бер тәгәрмәсле клуб барлыҡҡаа килде

Башҡортостанда дүртенсе автоклуб барлыҡҡа килде

Башҡортостанда дүртенсе автоклуб барлыҡҡа килде
Был юлы тәгәрмәсле күп функциялы мәҙәниәт үҙәге Башҡортостандың Баймаҡ районына бирелде. Был маҡсат Владимир Путиндың май указына ярашлы ғәмәлгә индерелгән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Автоклуб мәҙәни сараларҙы төрлө урындарға үткәреү мөмкинлге бирә. Баймаҡ районы - Башҡортостандың иҙ ҙур төбәктәренең береһе. Унда 92 ауыл иҫәпләнә. Шуларҙың илле бишендә генә клуб бар. Район үҙәгенән иң алыҫта ятҡан ауылдың арауығы 85 саҡрым. Шуға ла күсмә клуб булыуы район өсөн мөһим ваҡиға.
Быйыл йәмғеһе биш район автоклублы буласаҡ.Тәүгеләрҙән булып күсмә клуб Нуриман районына тапшырылғайны.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
#Культура
Читайте нас: