Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 19:50

20 кеше бәшмәк ашап ағыуланған

Бигерәк тә балаларға, өлкәндәргә хәүефле.

Быйыл һигеҙ айҙа республикала 20 кеше бәшмәк менән ағыуланған. Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы ошондай мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.Ағыуланыу осраҡтарында кешеләр бәшмәкте урманда үҙ аллы йыйған һәм өй шарттарында бешергән.
Белгестәр билдәләүенсә, бәшмәк менән ағыуланыу башҡа ризыҡтар менән ағыуланыуға ҡарағанда ауырыраҡ үтә. Айырыуса был балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн хәүефле. Шуға ла бәшмәк йыйғанда һаҡ булыуығыҙ һорала.
Читайте нас: