26 сентябрҙә Архангел районының Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында “Башҡортостан легендалары. Архангел районы” фестивале уҙғарыла. Уны Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Архангел районы хакимиәте ярҙамы менән “Тәңре” экологик берекмәһе ойоштора.
Фестиваль тәбиғи туризмды үҫтереүгә, Архангел районы мәҙәниәте, этникаһы, тарихы, риүәйәттәре, географик объекттары һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштырыуға, тәбиғәткә, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Сара Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” һәм “Мәҙәниәт” милли проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фестивалдә Архангел районында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре тематик оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, ижади һәләтен күрһәтәсәк. Оҫталар ҡул эштәре менән таныштырһа, йәрминкәлә фермерҙар үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Иң һуңынан Архангел районы риүәйәттәре буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтелә.
Фестиваль бушлай уҙғарыла. Эпидемиологик талаптарҙы үтәү маҡсатында шәхси һаҡлыҡ сараһын күреү, социаль арауыҡ һаҡлау һорала.