Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 23:01

“Башҡортостан 24” телеканалында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр көнө ойошторола

17 сентябрҙә көн дауамында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, радиоһөйләшеүҙәр, тура эфирҙа матбуғат конференцияһы, видеояҙмалар, клиптар, спектакль күрһәтеләсәк. Эфир иртәнге 7.00 сәғәттә театр буйлап экскурсиянан башланып китмәксе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов баш ҡала халҡын телецент янында үҙенең моңло һәм күңелле йырҙары менән сәләмләр. “Хәйерле иртә, республика!” һәм рус телендәге “Доброе утро, республика!” тапшырыуҙары ҡунаҡтары ла театрҙан булыуы көтөлә.Радиоэфирҙар театрҙың артистары сығыштары, йырсы-актерҙарҙың йырҙары менән үрелеп барыр. Режисерҙар ижади пландары менән уртаҡлашып, киләсәк проекттары менән ҡыҙыҡтырыр. Әйткәндәй, әлеге мәлдә театрҙа Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары, Ҡалмыҡ республикаһы Басаногов исемендәге драма театрының художество етәксеһе Борис Манджиев театрыбыҙҙың башҡорт труппаһы менән Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабына ингән хикәйәләргә таянып яҙылған “Ап-аҡ мөғжизә” спектакленә әҙерлек башланы. Матбуғат конференцияһында Борис Намин улының да ҡатнашыуы көтөлә. Кискеһен телеэфирҙа Мостай Кәримдең «Йәләлетдин ағай» спектакле күрһәтеләсәк.- Был көндә театрҙың үҙендә Сыңғыҙ Айытматов повесы буйынса ҡуйылған “Ал яулыҡлы тирәккәйем” спектакленең премьераһы буласаҡ, - тип хәбәр итә театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина.

17 сентябрҙә көн дауамында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, радиоһөйләшеүҙәр, тура эфирҙа матбуғат конференцияһы, видеояҙмалар, клиптар, спектакль күрһәтеләсәк. Эфир иртәнге 7.00 сәғәттә театр буйлап экскурсиянан башланып китмәксе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов баш ҡала халҡын телецент янында үҙенең моңло һәм күңелле йырҙары менән сәләмләр. “Хәйерле иртә, республика!” һәм рус телендәге “Доброе утро, республика!” тапшырыуҙары ҡунаҡтары ла театрҙан булыуы көтөлә.
Радиоэфирҙар театрҙың артистары сығыштары, йырсы-актерҙарҙың йырҙары менән үрелеп барыр. Режисерҙар ижади пландары менән уртаҡлашып, киләсәк проекттары менән ҡыҙыҡтырыр. Әйткәндәй, әлеге мәлдә театрҙа Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары, Ҡалмыҡ республикаһы Басаногов исемендәге драма театрының художество етәксеһе Борис Манджиев театрыбыҙҙың башҡорт труппаһы менән Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабына ингән хикәйәләргә таянып яҙылған “Ап-аҡ мөғжизә” спектакленә әҙерлек башланы. Матбуғат конференцияһында Борис Намин улының да ҡатнашыуы көтөлә. Кискеһен телеэфирҙа Мостай Кәримдең «Йәләлетдин ағай» спектакле күрһәтеләсәк.
- Был көндә театрҙың үҙендә Сыңғыҙ Айытматов повесы буйынса ҡуйылған “Ал яулыҡлы тирәккәйем” спектакленең премьераһы буласаҡ, - тип хәбәр итә театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина.
Читайте нас: