Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 17:50

Еңеүҙең 75 йыллығына арнала

Был көндә республика ҡала һәм райондарында “Геройҙар аллеяһы”на нигеҙ һалынасаҡ.

“Йәшел Башҡортостан” һәм “Урманды һаҡлайыҡ!” Бөтә Рәсәй акцияларына ярашлы, 26 сентябрҙә республиканың урман фонды биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығына арнап “Еңеү урманы” акцияһы үтәсәк.

– Башҡортостандың урман фонды биләмәләрендә ағас ултыртыу урындары, яуаплы кешеләр, үҫентеләрҙе дөрөҫ ултыртыу ҡағиҙәләре интерактив картала билдәләнгән. Был карта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған. Урман фонды ерҙәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашыусылар үҫентеләр һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителә. “Еңеү урманы” акцияһына ҡағылышлы атрибутика әҙерләнгән, улар республика урман хужалыҡтарында бар.

- Урман – тәбиғәт байлығы. Тәбиғәт был байлыҡты беҙҙең республикаға йомарт бүләк иткән. Беҙҙең бурыс – уны һаҡсыл файҙаланыу һәм киләсәк быуындар өсөн һаҡлау, – тип белдерҙе республика урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов.

Республика акциялары йәштәр, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре һәм урындағы халыҡ ҡатнашлығында Башҡортостан Башлығының коронавирус пандемияһына ҡағылышлы Указында билдәләнгән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса күҙәтеп уҙғарыласаҡ.

Был көндә республиканың муниципаль берәмектәрендә “Геройҙар аллеяһы”на нигеҙ һалынасаҡ.

“Урманды һаҡлайыҡ!” Бөтә Рәсәй акцияһы Рәсәй Тәбиғәт министрлығы һәм Урман хужалығы министрлығы ярҙамында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә янғындан зыян күргән биләмәләрҙе тергеҙеү һәм урмандарҙы арттырыу маҡсатында уҙғарылғайны. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.

2019 йылда Башҡортостанда яҙғы һәм көҙгө ағас ултыртыуҙа 300 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, урман фонды биләмәләрендә һәм муниципаль ерҙәрҙә 2,5 миллион төп ағас үҫентеһе ултыртылды.

Читайте нас: