Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 20:00

Хыялдарын тормошҡа ашырырға ғәҙәтләнгән

Бөгөнгө геройыбыҙҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылары яҡшы хәтерләй торғандыр. Гөлназ беренсе курста уҡығанда уҡ театрға контролер булып урынлашҡан. Бер йылдан һуң уны өлкән контролер итеп күсергәндәр. Һәм булдыҡлы студент ҡыҙ уҡып бөткәнсе эшен ташламаған. Ә инде Башҡорт дәүләт аграр университетында бер йыл уҡығандан һуң Гөлназ, һөнәрҙе бер аҙ дөрөҫөрәк һайламағанмын, ҡыҙ кешегә тормошта башҡаса йүнәлеш кәрәк икән, тигән фекергә килгән һәм Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына һынау тотоп ҡарарға булған. Һүҙ ҙә юҡ, бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшкән ҡыҙ бында ла имтихандарҙы уңышлы тапшырып, еңел генә студент булып киткән. Башта Башҡорт дәүләт аграр университетын ҡалдырырға уйлаған ул, әммә әсәһе: ”Һиңә уҡыуы ауыр түгел бит, балам. Яҡшы өлгәшеүең өсөн Президент стипендияһы ла, исемле стипендия ла алаһың, бейеү ансамблендә шөғөлләнгән өсөн дә түләйҙәр, әйҙә, ике уҡыу йортонда бер юлы белем ал”, ‒ тип кәңәш иткән. Студент ҡыҙ әсәһенең теләгенә ҡаршы килмәгән. Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый башлаған. Шулай итеп, ул ике уҡыу йортонда уҡырға ла, бейергә лә, эшләргә лә өлгөргән. Шул йылдарҙа “права”ға ла уҡып сыҡҡан. Хатта, имтихандарҙы тапшырғас, водитель таныҡлығын ҡулға алыр өсөн ун һигеҙ йәше тулырын бер аҙ көтөргә лә тура килгән уға. Шулай итеп, ике уҡыу йортон да бер үк йылда тамамлауға өлгәшкән ул. Әммә тәүге йылдарҙа ике һенәренең береһе буйынса ла эшләмәгән.

Хыялдарын тормошҡа ашырырға ғәҙәтләнгән
Ҡатын-ҡыҙҙың һәр саҡ йәш һәм матур булып ҡалғыһы килә. Бөгөнгө геройыбыҙ беҙгә ана шул хыялды тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе. Һеҙ тышлыҡта күргән сибәркәй – Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан бик күркәм матурлыҡ салоны хужабикәһе Гөлназ Гәрәева. Бөгөн ниндәй ҙә булһа өлкәлә бизнес асып берәүҙе лә аптыратыу мөмкин түгел, матурлыҡ салондары ла аҙым һайын, тиеүселәр табылыр. Шулай ҙа Гөлназдың салонына килеүселәр бында еңел-елпелеккә урын булмауын, иҫ киткес серле, тыныс, арбағыс мөхит хөкөм һөрөүен тойор, ихтирамлы мөнәсәбәт күреп ҡыуаныр, күңел ләззәте кисерер. Ундағы аура үҙе үк хужа кешенең юғары зауыҡлы, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан һәм шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле булыуы хаҡында һөйләр...
“Рәсемем ошо журналдың тышлығында донъя күрһен ине...”
Хәйер, салон хаҡында бәйән итерҙән алда Гөлназдың үҙе менән яҡынданыраҡ таныштырайыҡ әле. Ундағы аҡыл һәм тырышлыҡ, тормошҡа, тирәйүндәгеләргә булған мөхәббәт, маҡсатҡа ынтылышлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта иҫ киткес һөймәлекле ябай ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белеү һәләте берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Студент йылдарында уҡ ошо өлкәлә үҙ эшен булдырыу хаҡында хыялланған Гөлназ иһә Бөйөк Новгород ҡалаһында донъяға килгән. Заманында атаһы менән әсәһе, Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағас, шул тарафтарға эшкә юлланған икән. Ә бер ни тиклем ваҡыт ситтә йәшәгәндән һуң, Гөлназ сабый саҡта уҡ, Башҡортостаныбыҙҙың Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылына килеп төпләнгәндәр. Геройыбыҙҙың бала сағы шунда үткән. Иҫке Сибайҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң, нимәгә тотонһа ла ҡулынан килгән тырыш ҡыҙ, атай-әсәһенең юлын дауам итергә теләп, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға ингән. Әйткәндәй, ауыл хужалығы институтын тамамлаһа ла, Гөлназдың әсәһе ғүмер буйы китапханала эшләгән. Ул бөгөн дә Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҡыу залын етәкләй. Ә балалары уға һәр саҡ ярҙам итер булған. Китап кәштәләрен тәртипкә килтерһендәрме, матбуғат баҫмаларын матурлап туплап ҡуйһындармы, яңы китаптарҙы ҡабул итешһендәрме – бер эштән дә ситтә ҡалмағандар. Шуға ла Гөлназ бөгөн дә китапҡа, матбуғат баҫмаларына айырыуса ҙур ихтирам менән ҡарай. Ана шул мәлдәрҙә уҡыусы ҡыҙ бала фотолары “Шоңҡар” журналының тышлығында донъя күргән егет-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланып: “Эх, минең дә рәсемем ошо журналдың тышлығында донъя күрһен ине”, ‒ тип хыяланған. Хәҙер инде был хаҡта онотҡан да булған. Һәм бына уның бала саҡ ниәттәре һис көтмәгәндә тормошҡа ашты. Ғөмүмән, Гөлназ һәр саҡ аныҡ маҡсаттар менән янған, үҫешкә ынтылған, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ғәҙәтләнгән заттарҙан. Мәктәп йылдарында уҡ әүҙем тормош менән йәшәгән, барлыҡ олимпиадаларҙа, спартакиадаларҙа ҡатнашҡан, бейеү ансамблендә, музыка мәктәбендә шөғөлләнеп, төрлө кимәлдәге концерттарҙа сығыш яһаған ҡыҙ бала уҡыуҙа ла һынатмаған. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған.
Уҡырға ла, эшләргә лә, бейергә лә өлгөрә...
Йәш саҡ – илһамлы саҡ... Арыу-талыуҙың ни икәнен дә белмәгән Гөлназ, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты булып киткәс тә, ундағы бейеү ансамблендә сығыш яһаған. Уҡыу менән бер рәттән эшләп тә йөрөгән. Бөгөнгө геройыбыҙҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылары яҡшы хәтерләй торғандыр. Гөлназ беренсе курста уҡығанда уҡ театрға контролер булып урынлашҡан. Бер йылдан һуң уны өлкән контролер итеп күсергәндәр. Һәм булдыҡлы студент ҡыҙ уҡып бөткәнсе эшен ташламаған. Ә инде Башҡорт дәүләт аграр университетында бер йыл уҡығандан һуң Гөлназ, һөнәрҙе бер аҙ дөрөҫөрәк һайламағанмын, ҡыҙ кешегә тормошта башҡаса йүнәлеш кәрәк икән, тигән фекергә килгән һәм Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына һынау тотоп ҡарарға булған. Һүҙ ҙә юҡ, бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшкән ҡыҙ бында ла имтихандарҙы уңышлы тапшырып, еңел генә студент булып киткән. Башта Башҡорт дәүләт аграр университетын ҡалдырырға уйлаған ул, әммә әсәһе: ”Һиңә уҡыуы ауыр түгел бит, балам. Яҡшы өлгәшеүең өсөн Президент стипендияһы ла, исемле стипендия ла алаһың, бейеү ансамблендә шөғөлләнгән өсөн дә түләйҙәр, әйҙә, ике уҡыу йортонда бер юлы белем ал”, ‒ тип кәңәш иткән. Студент ҡыҙ әсәһенең теләгенә ҡаршы килмәгән. Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый башлаған. Шулай итеп, ул ике уҡыу йортонда уҡырға ла, бейергә лә, эшләргә лә өлгөргән. Шул йылдарҙа “права”ға ла уҡып сыҡҡан. Хатта, имтихандарҙы тапшырғас, водитель таныҡлығын ҡулға алыр өсөн ун һигеҙ йәше тулырын бер аҙ көтөргә лә тура килгән уға. Шулай итеп, ике уҡыу йортон да бер үк йылда тамамлауға өлгәшкән ул. Әммә тәүге йылдарҙа ике һенәренең береһе буйынса ла эшләмәгән. Театрҙа бик матур хеҙмәт итеүен, итәғәтлелеген, алсаҡлығын, яуаплылығын күргән етәкселәре уға яңы ғына асылған Конгресс-холға эшкә барырға тәҡдим иткән. Документтар менән эшләү ҙә, төрлө кимәлдәге саралар ойоштороу бурысы ла йөкмәтеләсәген белгәс, ошо даирәне үҙ иткән Гөлназ был тәҡдимгә бик теләп ризалашҡан һәм ике йыл самаһы шунда эшләгән. Һуңынан уны яңы асылған бер ойошмаға бухгалтер итеп саҡырғандар. Быға саҡлы үҙ һөнәре буйынса эшләп ҡарағаны булмаһа ла, Гөлназ артабанғы эшмәкәрлеген ошо йүнәлештә дауам итергә ниәтләгән Һәм бухгалтер эшенең нескәлектәренә тиҙ үк төшөнөп киткән. Эйе, ошоғаса ултырып эшләргә ғәҙәтләнмәгән, һәр ваҡыт кешеләр менән аралашыуға бәйле булған тынғыһыҙ даирәлә хеҙмәт иткән һылыу ул саҡта үҙенә күрә ҡыйыу ҡарарға килгән. Әммә уның холҡоноң шул яғы ла бар: ул бөтә нәмәлә лә теүәллекте, тәртипте, бөхтәлекте ярата. Ә бухгалтер эше өсөн был мөһим шарт. Шуға ла Гөлназға бер йүнәлештән икенсеһенә күсеп, ул мөхиттә үҙ кешегә әүерелеүе һис тә ауыр булмаған. Бында биш йыл самаһы эшләй ул. Тик һәр ваҡыт яңы бейеклеккә ынтылған ҡыҙ бында оҙаҡ тотҡарланмаҫҡа кәрәклеген аңлай. Сөнки көн дә бер төрлө эш, барыһы ла күнегелгән ритмда башҡарыла... Эйе, эш хаҡы насар түгел, премиялар ҙа ваҡытында түләнә. Отпуск мәлендә донъя гиҙеп ҡайтыу мөмкинлеге лә бар. Әммә әүҙем тормош менән йәшәргә күнеккән, туҡтауһыҙ үҫешкә ынтылған шәхескә ниҙер етмәгән кеүек тойола. Ул, ғөмүмән, бер урында оҙаҡ тапанырға ғәҙәтләнмәгән. Тап ошо йылдарҙа тырнаҡ тәрбиәләү, маникюр, яңы ғына модаға ингән гель лактар менән файҙаланыу буйынса курстар ҙа үтә. Тәүге клиенттары әсәһе һәм һеңлеһе була уның. Хоҙай насип итһә, матурлыҡ салоным булырға тейеш минең, тигән хыялы әленән-әле үҙе хаҡында белдереп ҡуйһа ла, был маҡсатын тормошҡа ашырырға ашыҡмайыраҡ тора ул. Артабан да үҙ һөнәре буйынса үҫешергә ҡарар итә.
Халыҡ-ара компанияла эш башлауы
Эҙләнеүсәнлеге, үҙен төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙә һынап ҡарарға теләүе уны аутсорсинг, аудит, консалтинг өлкәһендә хеҙмәт күрһәткән халыҡ-ара компанияға алып килә. Бында урынлашыуы анһат түгел икәнлеген яҡшы аңлай Гөлназ. Әммә күңеле төбөндә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ошонда эшләйәсәгенә ышаныс була. Компанияға урынлашыу өсөн өс этаптан торған һынау үтергә кәрәк икән. Етмәһә иглиз телен дә яҡшы белеү талап ителә. Гөлназ инглиз телен юғары кимәлдә белмәһә лә, үҙ аллы яҡшы ғына үҙләштергән була. Шуға ла тәүәккәлләп ҡарарға ниәт итә. Һынауҙың тәүге этабында тест һорауҙарына яуап бирәләр. Уны уңышлы үткәндән һуң, икенсе турға саҡыралар. Уныһында инде һөнәри мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар бирелә, инглиз телен белеү кимәле тикшерелә, Мәскәүҙә урынлашҡан төп офистағы коллегалары менән скайп аша һөйләшеү үтә. Һорауҙарға яуап биргәндән һуң, уға инглиз телендә ни ҙә булһа һөйләп ишеттерергә ҡушалар. Ә Гөлназдың ул мәлдә яңы Дубайҙан сәйәхәттән ҡайтып, шул тәьҫораттар шауҡымында йәшәгән сағы була. Инглиз телендә илһамланып Ғәрәп Әмирлектәренә сәйәхәте хаҡында бәйән ҡыла ул. Шулай итеп, был һынауҙы ла уңышлы үтә ҡыҙ. Уны өсөнсө турға саҡыралар. Был юлы инде Өфөләге офис директоры һәм бүлек етәксеһе менән аралашыу көтә уларҙы. Йәнә бихисап һорауҙар яуҙыралар. Гөлназ был юлы ла юғалып ҡалмай. Үҙен бик ышаныслы, етди тота. Ундағы бүлек етәксеһе быға саҡлы Төркиәлә эшләгән булған икән. Ошо хаҡта ишеткәс, был телде лә яҡшы ғына үҙләштергән Гөлназ, уның менән төрөксә аралашыуға күсеп китә. Ҡыҙҙың еңел генә бер телдән икенсе телгә күсеүе, ихласлығы барыһын да хайран итә. Шулай итеп ҡыҙыбыҙ ошондай үтә етди халыҡ-ара ойошмаға һис ниндәй ауырлыҡһыҙ урынлашып, һин дә мин эш башлап ебәрә. Әлбиттә, бик ҡатмарлы даирә була ул. Уның бер үҙенә генә һигеҙ ойшма хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы иҫәпләргә тура килә. Улары ла, нигеҙҙә, сит ил ойошмалары икән. Бындағы эш үтә иғтибарлы булыуҙы, теүәллекте, тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеүҙе, йыйнаҡлыҡты талап итә. Йыл һайын аттестация үтеү кәрәк була. Тик бер ваҡытта артҡа сигенергә ғәҙәтләнмәгән Гөлназ был юлы ла һынатмай.
Ир хәстәрлеген тойоу күңелгә ҡанат ҡуя...
Гөлназ ошо ойошмала эшләгән дәүерҙә буласаҡ тормош иптәше Иректе осрата. Был саҡта ул банк хеҙмәткәре була. Һәм әле лә вазифалы урында эшләй. Шулай итеп Гөлназ, мәле еткәс, кейәүгә сыға. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң иһә улдары донъяға килә. Декрет ялына киткәс, һәр саҡ әүҙем тормош менән йәшәргә күнеккән йәш әсә, йәнә күптәнән күңелендә йөрөткән хыялы менән яна башлай: әлеге матурлыҡ салонын асырға ҡарар итә. Дөрөҫөрәге, уның был хыялын улар тормош иптәше менән берлектә тормошҡа ашыралар. Әлбиттә, һәр эштең үҙ нескәлектәре, үҙ ауырлыҡтары. Гөлназдың был әлегә тәүге бизнесы ғына бит. Шуға башта, салонды ябам, тип уйлаған саҡтары ла була. Етмәһә, улы бәләкәй саҡ. Ә үҙ бизнесыңды алып барыу күп ваҡыт талап итә. Барыһы ла стандарттарға, нормаға ярашлы булырға тейеш. Персонал туплауы ла үтә етди мәсьәлә. Эйе, матурлыҡ өлкәһендә эшләгән кешеләр күп хәҙер. Тик уның бик шәп мастер булыуы ла кәрәк бит. Клиенттар менән ихлас аралашыуы, уларға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыуы шарт. Тормош иптәше Гөлназдың икеләнеүҙәрен, хафаланыуҙарын аңлап ҡабул иткән. ”Һөйөклөм, теләһәң, кире ябырбыҙ, әммә һин башта эшләп ҡара әле, күреп торорһоң, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, ‒ тип тынысландырған. Ғөмүмән, Гөлназ ҡәҙерле кешеһенә һәр ваҡыт таяна ала, уның менән үҙен яҡлаулы, һаҡлаулы тоя, ниндәй генә мәсьәлә китеп тыуһа ла, хәл итәсәген, ауыр мәлдә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағын белә. Бына шул сифттары, иғтибарлылығы, изге күңеллелеге менән йөрәген яулаған да ул кәләшенең. “Эйе, ҡатын-ҡыҙ ирһеҙ ҙә йәшәй ала бөгөн. Аҡсаһын да емереп эшләй, балаһын да тәрбиәләй. Тик ир ҡанаты аҫтында йәшәү, үҙеңде кемдеңдер һөйөклө йәре итеп иҫәпләү, ир хәстәрлеген тойоу күңелгә ҡанат ҡуя. Мин үҫкән ғаиләлә лә атай кешегә ихтирамлы мөнәсәбәт хөкөм һөрҙө. Һуңғы һүҙҙе ул әйтте. Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең ғаиләлә лә шулай. Ир абруйы, атай абруйы тигән төшөнсә бар. Һәм шулай булыуы барыһы өсөн дә яҡшыраҡ ”, ‒ ти иҫ китес нәзәкәтле Гөлназ.
Клиенттар бында үҙҙәрен көтөп алынған ҡунаҡ итеп тоя...
Әйткәндәй, уларҙың салоны көнсығыш стилендә. Һәм унда үҙеңде ысынлап та көнсығыш әкиәтендәге һымаҡ хис итәһең. Салондың биҙәлеше лә, персоналдың клиенттарға ҡарата мөнәсәбәте лә, күрһәткән хеҙмәттәре лә күңелгә ята. Гөлназ башта уҡ шундай талаптар ҡуя: бында күрһәтелгән хеҙмәттәр урын-еренә еткерелеп, һәр клиенттың теләген күҙ уңында тотоп, юғары кимәлдә башҡарылырға тейеш. Ысынлап та, килгән һәр кешегә айырым мөнәсәбәт күрһәтелә унда. Клиенттар үҙҙәрен көтөп алынған ҡунаҡ итеп тойоп, ысын 6 Беҙҙең журнал тышында мәғәнәһендә күңел ялы алып, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡайта. Салонда маникюр, тырнаҡтарҙы матур итеп лак менән ҡаплау, ҡаштарҙы ипкә килтереү, мехенди, шугаринг кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә. Әйткәндәй, улар Өфөлә тәүгеләрҙән булып хәләл ысул буйынса тырнаҡтарға маникюр яһау, ҡаштарҙы ипкә килтереү хеҙмәте булдырған. Гөлназ был ысулдарға Ҡазанға барып шәхсән өйрәнеп ҡайтҡан. Әлбиттә, салон хужабикәһе үҙе килиенттарҙы хеҙмәтләндермәй. Әммә һәр эштең нескәлеген белә. Шуға ла, ниҙер оҡшап етмәһә, ҡул аҫтындағыларға иҫкәрмәләр яһай, уларға кәңәштәр бирә ала. Йәнә шуныһы ла бар: Гөлназ бик тыйнаҡ “бизнесвумен”. Үҙе хаҡында әллә ни һөйләргә яратмай. Бер йыл эшләү дәүерендә социаль селтәрҙәр аша ла матурлыҡ салоны хужабикәһе булыуы хаҡында һүҙ йөрөтмәгән. Үҙе аша салонға реклама бирмәгән. Күптән түгел генә инстаграмда танышыу посы яҙып, үҙе хаҡында белгерткән. – Бында көн дә киләм. Әммә хатта даими клиенттар ҙа минең салон хужабикәһе икәнемде белмәй. Барыһы менән дә матур итеп йылмайып иҫәнләшәм. Мин улар өсөн серле бер зат булып ҡалам әле һаман. Ғөмүмән, бала саҡта уҡ тыйнаҡлыҡ хас ине миңә. Атай-әсәйем ауылда йәшәгәндә лә матди йәһәттән ҡытлыҡ кисермәнек. Атайым ғүмер буйы умарта тотто, әле лә был өлкәлә яратып эшләй. Хәлле йәшәнек. Беҙҙе, өс баланы, һәр саҡ матур итеп кейендерҙеләр. Әммә, башҡа балалар алында өҫтөнөрәк булып күренеүҙән уңайһыҙланып, яңы кейемдәрҙе тота килеп кейеп сығып китергә тартына инем. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә кейә торғайным. Кеҫә телефонын да атайым һеңлемә лә, миңә лә улар күпләп файҙаланыла башлағас та алып бирҙе. Уны ла, башҡалар күреп ҡалмаһын тип, тауышын һүндереп, сумкамдың төбөнә һалып ҡуя торғайным, ‒ ти ул.
“Сәнғәт өлкәһен һайлаһам да, юғалып ҡалмаҫ инем...”
‒ Тағы ла ниндәй хыялдарың бар? – тип һораным Гөлназдан. ‒ Элек-электән телевидениела алып барыусы булырға хыялландым. Хатта бер йылды бик ҙур конкурстан үтеп, Шәүрә Ғәббәсованан дәрестәр алыу мөмкинлеге лә тейҙе. “Сәләм” тапшырыуына кастингта ла ҡатнашҡаным булды. Тик әлегәсә был хыялым ниңәлер тормошҡа ашманы. Бындай мөмкинлек тыуһа, ҡулдан ысҡындырмаҫ инем, ‒ тип яуапланы әңгәмәсем. Әйткәндәй, бала саҡтан йыр-бейеүгә маһир Гөлназды үҙ мәлендә сәнғәт өлкәһенән китергә әйҙәүселәр ҙә булған. Тик ул аңлы рәүештә был һөнәрҙе һайламаған. Мәктәп йылдарында төрлө концерттарҙа ҡатнашып, был эштең ни тиклем ауыр икәнлеген аңлаған. “Мин актриса һөнәрен һайлаһам, тормош иптәшем дә сәнғәт кешеһе булырға тейеш. Ә тормош иптәшең менән бергә гастролдән ҡайтып инә алмаһаң, ниндәй тормош инде”, ‒ тип ул был юлдан китеүҙән баш тартҡан. “Әммә сәнғәт өлкәһен һайлаһам да, юғалып ҡалмаҫ инем”, ‒ ти ул. Тағы ла иҫ киткес уңған хужабикә икән Гөлназ. Һөйгәнен көн дә тәмле-татлы ризыҡтар менән ҡаршыларға, ике яҡлап та туғандарын саҡырып ҡунаҡ итергә ярата. Хатта яңы ғына өс йәшен тултырған улы ла уға ҡарата был йәһәттән талапсан, “бөгөн шундай-шундай ризыҡтар бешерәйек”, тип закадар бирә һәм үҙе лә әсәһенә булыша икән. Ә Гөлназ өсөн яҡындарын тәмле-татлы ризыҡ менән һыйлау үҙе оло бәхет. Ғөмүмән, булмышынан нзәкәтлелек, нескәлек бөркөлә, ҡыйыулығы, тәүәккәллеге һәм шул уҡ ваҡытта ифрат һығылмалы булыуы хайран итә был һылыуҙың. Үҙ-үҙен тотошонда яһалмалыҡҡа ла, һауалылыҡҡа ла һис урын юҡ. Тауышы ла йырлап торған кеүек. Ҡыҫҡаһы, ысын ҡатын-ҡыҙ тап беҙҙең журнал тышындағы Гөлназ кеүек булырға тейештер ҙә бына...
Гөлшат Ҡаһарманова.
Читайте нас: