Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 21:10

Их, һеҙ, матур ҡыҙҙар...

Рәсәй туристары хаҡында көлкө тағы ла яңыра инде.

23 йәшлек Маргарита, 32 йәшлек Татьяна һәм уларҙың әхирәте (уның кем булыуы хаҡында билдәле түгел) Төркиәгә ял итергә баралар. Биш йондоҙло ҡунаҡханала берәүһе аяғын ҡаймыҡтыра. Әхирәттәре урындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә.
Тик көтмәгәндә низағ сыға. Шәфҡәт туташы, өсәүләшеп тороп табип бүлмәһенә керергә маташҡан ял итеүселәргә, битлек кейергә кәрәклеге хаҡында әйтә. Төшөрөп алған гүзәл заттарға был кәңәш, әлбиттә, оҡшамай. Улар уны алама һүҙҙәр менән әрләй. Берәүһе аяҡ кейемен сисеп битенә һуға. Ғауға табип нөктә ҡуя. Ул тәртип һаҡсыларын саҡырта. Күҙе йәрәхәтләнгән шәфҡәт туташы Рәсәй туристарын судҡа бирергә йыйына.
Читайте нас: