Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 12:20

Әсәлек капиталын ремонт өсөн файҙаланырға буламы?

Рәсәйҙә әсәлек капиталын фатирҙы ремонтлау өсөн файҙаланырға рөхсәт итеүҙәрен һорайҙар.

Рәсәйҙә әсәлек капиталын фатирҙы ремонтлау өсөн файҙаланырға рөхсәт итеүҙәрен һорайҙар. Был хаҡта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һорай. Һәм әлеге мәсьәләне Торлаҡ буйынса сәйәсәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты хуплай.
- “Тура линя. Дауамы” проекты бар. Уның сиктәрендә беҙ Владимр Путин 2019 йылда халыҡҡа мөрәжәғәт иткән мәсьәләләргә әйләнеп ҡайтабыҙ. Уларҙың береһе әсәлек капиталын файҙаланыуға ҡағыла ине, - тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкиле Юлиә Заимова. Уның һүҙҙәре буйынса, был ниәт менән тәүгеләрҙән булып “Әсәләр союзы” сығыш яһаған.
2021 йылдың ғинуарынан әсәлек капиталының күләме 3,7 процентҡа артырға тейеш. Тәүге бала өсөн түләүҙәр хаҡы - 483 882 һум, икенсеһе өсөн 639 432һум тәшкил итәсәк. Әгәр ҙә тәүге бала өсөн түләү алмағандар икән, икенсе бала өсөн сумма 155 550 һумға артасаҡ.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
Читайте нас: