Коронавирус инфекцияһынына бәйле билдәләрҙе Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы инфекционисы Дамир Вәлишин брифинг мәлендә һөйләне.
-- Инфекцияның инкубацион осоро уртаса - 7 көн. Тәүҙә хәлһеҙлек һиҙелә, температура 37-38 градусҡа күтәрелә. Еҫ һиҙеү юғала--ошоға иғтибар итегеҙ. Күп кенә пациенттар еҫ һиҙмәүен белдергән. Аҙаҡ тамаҡ төбө әсетә, йүтәл башлана, тын алыу ауырлаша, һауа етмәгән һымаҡ була һәм түш тәңгәле ауырта. Ҡайһы бер пациенттарҙың эсе китә.