Башҡортсотанда “Таҙа урман” профилактика акцияһы башланды. Ул бөтә Рәсәй “Урмандарҙы һаҡлайыҡ” акцияһы сиутәрендә 16 сентябрҙән 16 октябргәсә дауам итә. Ғәҙәттә, янғынға ҡаршы әҙерлек яҙғыһын башлана. Әммә быйыл кипкән үләнде, сүп-сарҙы ҡар яуғансы таҙартыу өсөн акцияны көҙгөһөн башларға уйланылар. Барлыҡ был саралар “Экология” милли проекты маҡсаты һәм бурыстарына яуап бирә.