Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 13:05

Һөйөү нимә?

Һөйөү ни икәнен аңлар өсөн,Терелергә тейешһеңдер, үлеп.

ҺӨЙӨҮ НИМӘ?

Һөйөү ни икәнен аңлар өсөн,
Терелергә тейешһеңдер, үлеп.
Исмаһам бер!
Исмаһам бер тапҡыр
Йөрәгеңде ҡараһындар телеп...

Йә арҡаңа бысаҡ ҡаҙаһындар,
Тоҙ һипһендәр шунан сей яраңа.
Үлгән ерҙән ҡабат терелтһендәр,
Терелткәне өсөн...хаҡ һорарға.

Мин кисерҙем.
Аңлап, аңламаймы,
Ҡабул иттем уны шул килеш тә...
Һәм... яраттым!..
Һуҡыр, һаңғырау булдым...
Шулай әйтеп булһа...
Йә килешһә.

Һөйөү үтте...
Хәҙер үҙ-үҙемде
Һис тә аңлап бөтә алмам төҫлө.
Әллә йөрәк һуҡыр саҡта ғына,
Һөйөү беҙҙән буламы икән көслө?!.

Күҙем ҡасан асылдымы?
Әллә...
Асылманы. Көсләп астырҙылар.
Нисек терелдемме?
Уныһын беләм.
Батып барған ерҙән тартып алып,
Усаҡ уртаһына баҫтырҙылар...

Янып, көлгә ҡалған ерҙән, яңы,
Ҡалҡып сығып киләм ер йөҙөнә.
«Һөйөү нимә?» - тигән һорауҙы мин
Һаман бирәм әле үҙ-үҙемә...

21.10.19.
Ғәлиә Кәлимуллина
Читайте нас: