Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 21:35

Андрей Назаров: “Башҡорт теле – туған телем”

Русса һуң ғына һөйләшә башланым.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы алдындағы сығышын башҡорт телендә башланы.

«Башҡорт телен камил белмәһәм дә, ул минең өсөн туған тел. Мин уны әсә һөтө менән һеңдерҙем. Беренсе телем рус теле түгел. Русса һуң ғына һөйләшә башланым. Аҙаҡ аңлы рәүештә башҡорт телен өйрәндем. Был күңелгә ятышлы ла, мөһим дә, кәрәк тә. Әммә12 йыл Мәскәүҙә йәшәгәндә быларҙың барыһы ла әҙерәк онотолдо. Хәҙер йәнә өйрәнә башлайым. Башҡорт теле инглиз теленә ҡарағанда моңлораҡ һәм яғымлыраҡ», – тине Андрей Назаров.
Читайте нас: