Тула өлкәһендә иҫерек ҡатын бәләкәс балаһы менән урамдағы халыҡты шаҡ ҡатыра. Кире яғы менән. Ул бәләкәс балаһын коляскаға ултыртып махсус урындан өҫкә менергә теләй. Әммә төшөрөп алған кешенең был ҡулынан килмәй. Бала бер нисә тапҡыр осоп төшә, бәрелә һәм ярһып илай башлай. Был йәмһеҙ күренеште күҙәтеүселәр тыныс ҡына ҡала алмай. Бәләкәсте иҫерек ҡатын ҡулынан тартып алып, полиция саҡырта.