Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 15:35

Һуғыштағы һымаҡ...

Ҡырғыҙҙар ниңә тауыш ҡуптара?

Башҡортостан менән Ырымбур сигендә мең ярым самаһы Ҡырғыҙыстан граждандары тотҡарланған. Улар Рәсәйҙең төрлө өлкәһенә аҡса эшләү маҡсатында юлланғандар. Тик ҡороғор вирус арҡаһында улар кире тыуған яҡтарына ҡайта алмай. Сөнки Ҡаҙағстан сиген япҡан. Ә Ырымбур пандемия ваҡытында сит-яттарҙы үҙендә тоторға теләмәй.
Әлеге ваҡытта Көйөргәҙе районында уларға ваҡытлыса йәшәп торор өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Тик ҡырғыҙҙар ҡайтырға ашыға. “Төндәрен һалҡынайтыу сәбәпле, өшөйбөҙ. Һуғыштағы һымаҡ”, - тип улар үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдерәләр.
Читайте нас: