Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 14:10

Ҡунаҡҡа барып “байып” сыға

Барыһы ла әүен баҙарына киткәс...

Күңелһеҙ ваҡиға булған көндө, Өфөлә йәшәүсе бер иргә фатиры янында үҫмер тартырға һорап мөрәжәғәт итә. Киң күңелле яңы танышы уға тәмәке биреп кенә ҡалмай, ә тыуған көнө икәнлеген дә әйтә һәм ҡунаҡҡа саҡыра.
Ҡунаҡ үҙе менән өс иптәшен дә эйәртә. Таңға табан йорт хужаһы менән 19 йәшлек саҡырылмаған ҡунаҡтың береһе араһында ыҙғыш сыға. Йәштәр тыуған көнөнөн үткәреүсегә ярайһы ғына өлөш бирәләр. Әммә тиҙҙән ярашып, байрамды дауам итәләр. Тик 15 йәшлек һалмыш үҫмер хужаға ҡарата булған асыуын онота алмай һәм барыһы ла әүен баҙарына киткәс, ул уны аҡылға ултыртырға уйлай. Ноутбук, ике кеҫә телефоны һәм бер ярты араҡыға айыу майы һөртә. Юл ыңғайы барыһын да һатып та бөтә.
Тәртип һаҡсылары уғрыны тиҙ арала таба. Ул элек тә тәртипһеҙлеге арҡаһында эләккән булған.
Читайте нас: