Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 08:45

Кемгә көнбағыш майы кәрәк?

2024 йылда ул күпмегә етергә тейеш?

Быйыл һигеҙ айҙа Башҡортостан 100 миллион доллар самаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортлаған. Был уҙған йылдың ғинуар-авгусы менән сағыштырғанда 40 миллион долларға тиерлек күберәк,
2024 йылға республикала был өлкәләге продукция экспорты 230 миллион долларға етергә тейеш. Быйыл экспорт структураһында төп өлөштө май тармағы продукцияһы тәшкил итә. Иген культуралары ни бары 13,4 процентты биләй.
Күптән түгел республикала май экстракцияһы заводтарының яңы уңышты ҡабул итеүгә һәм эшкәртеүгә әҙерлеген тикшереү тамамланды. Киләһе миҙгелдә Башҡортостан етештереүселәре кәмендә 850 мең тонна майлы культураны эшкәртергә ниәтләй.
Был өлкәләге эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
Читайте нас: