Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 19:05

Сүпкә лә хаҡ артты

Ҡасандан яңы хаҡ буйынса түләй башлайбыҙ?

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, сентябрҙән сүп сығарған өсөн күп ҡатлы йортта йәшәгән бер кеше айына 75 һум, ә шәхси йорттар йәшәгәндәр айына 55 һум түләйәсәк.
– Быға тиклем беҙҙә илдәге иң түбән тариф ине. Ул иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән булды. Тик ул саҡта эшләмәгән эш өсөн кешеләрҙән аҡса түләтә алмай инек. Хәҙер эш рәткә һалынды. Артабан да был хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап тота алмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: