Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 11:25

Яңы завод төҙөлә

Ул ҡасан сафҡа инәсәк?

Дыуан районының Ярославка ауылында иген культуралары, ҡуҙаҡлылар, техник культураларҙың юғары категориялы орлоҡтарын етештереү буйынса завод төҙөлә башланы. Проект 2024 йылда сафҡа индереләсәк. Уны төҙөүгә йәмғеһе 147 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк.
Төҙөлөш барышы менән был төбәккә эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров та танышҡайны.
“Ярославский” ауыл хужалығы предприятиеһы рәйесе Владимир Хромцев билдәләүенсә, төҙөлөштө финанслауға Рәсәй ауыл хужалығы банкынан һәм “Росагролизинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән 117 миллион һумлыҡ кредит алынған. Предприятие үҙенең 29 миллион һум аҡсаһын йүнәлткән. Әлеге мәлдә бөртөклөләрҙе таҙартыу комплексы йыйылған, махсус йыһаздар урынлаштырылған.
Быйыл хужалыҡта иген киптереү комплексын төҙөкләндергәндәр һәм уның ҡеүәтен ике тапҡырға арттырғандар. Был сара үтә ныҡ еүеш игенде лә тейешле кимәлгә еткереп киптереү мөмкинлеге бирә. Хужалыҡ быйыл яңы техника алыуға өлгәшкән: ике АКРОС 585 комбайны 19,2 миллион һумға төшкән. Йәмғеһе техника һәм кәрәкле ҡорамалдарға 47,4 миллион һум аҡса сарыф иткәндәр.
"Ауыл хужалығы эшсәндәрен “Росагролизинг” менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә саҡырам. Быйыл республикала лизинг буйынса ауыл хужалығы өсөн техника һатып алыу күләме бермә-бер артты. Рәсәй буйынса 39-сы урындан икенсе урынға күтәрелдек. Был үҙ сиратында аграрийҙарҙың Хөкүмәт ярҙамына ышанып эш итеүен дәлилләй. Бюджеттан ауыл хужалығы предприятиеларына тағы 700 миллион һум аҡса бүлергә тейешбеҙ. Әгәр йыл аҙағына тиклем килеп сыҡмаһа, 2021 йылдаң башында был аҡса күсәсәк", - тип билдәләне республика Башлығы.
Яңы төҙөләсәк завод төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тауарҙарын, сеймалын, һатыу баҙарын көйләү” дәүләт программаһына ярашлы атҡарылған эштәр иҫәбенә индерелгән. Башҡарылған барлыҡ эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли поектын ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
Читайте нас в