+1 °С
Ҡар
2020 йылдың 22 сентябренә республикала 8 487 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Тәүлегенә 35 пациентҡа артҡан. Хәҙер 41 сирле дауаханала, уларҙың өсәүһе ауыр хәлдә. Бер кем дә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж түгел. Ә 510 кеше өйҙә дауалана.
Бер тәүлектә – 11, йәмғеһе 7 901 пациент вирусты еңгән.
Тәүлек эсендә Башҡортостанда 108 кешелә дауахананан тыш пневмония диагнозы раҫланған, 96-һы һауығып сыҡҡан.