Нижегородск өлкәһенең Новосмолинск ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышына арналып ҡуйылған танк-һәйкәлгә үҫмерҙәр ут төртә. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етеп, ҡыҙыл әтәскә ҡоторорға ирек бирелмәһә лә, тарихи ҡомартҡының тышҡы ҡиәфәтенә ярайһы ғына ҙур зыян килеп өлгөрә.
Иҫтәлекте юҡҡа сығарырға нисек ҡулдары барғандыр... Күрәһең, йәш быуын аңында тыуған ил, хәтер, иҫтәлек тигән тойғолар йылдан-йыл кәмей бара.