Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 08:10

Ауылда йәшәп, яҡшы аҡса эшләргә була

Фермер грант ярҙамында үҙ хужалығын үҫтерә

Фермер грант ярҙамында үҙ хужалығын үҫтерә
Дүртөйлө районының Әсән ауылында йәшәүсе Рөстәм Төхвәтуллин ялҡауланмаһаң, бөгөн ауыл ерендә яҡшы ғына аҡса эшләргә мөмөкин, тип иҫәпләй. Ана шул эшһөйәрлеге арҡаһында бөгөн ул үҙен шәп хужа итеп танытҡан һәм ауыл халҡына ла ярҙам итә. Былтыр Төхвәтуллиндар 7,5 млн һумлыҡ грантҡа эйә булған. "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү" милли программаһы сиктәрендә был грант эле лә бирелә. Грантҡа саҡлы уҡ Төхвәтуллиндар йәшелсәлек менән шөғөлләнгән, һөт аҙыҡтарын етештергән, ә былтыр, грантҡа эйә булғандан һуң, маслсылыҡ, ит етештереү менән ныҡлы шөғөлләнә башлаған. Дүртөйлө районы хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, Рөстәм Төхвәтуллиндың бизнес-проекты 12,5 млн һум тәшкил иткән. Шуның 5 миллион һумын эшшҡыуар үҙе тапҡан 7, 5 миллион һумды хөкүмәттән алған. Был аҡсаға ул техника һатып алыуҙы хәстәрләгән. Ауылдарштары өсөн эш урындары булдырған. Хужалыҡта ҡышҡыһын – 18, йәйгеһен, эш ҡыҙыу мәлдә, 25 кеше эшләй. Әлегә абердин-ангус тоҡомло 15 һыйырҙары бар, көҙгөһөн йәнә 65 баш мал алырға иҫәп тоталар.
Читайте нас: