Киләсәктә бары тик уҡытыусы һөнәрен һайларға теләгән ҡыҙ һигеҙенсене тамамлағандан һуң, дуҫ ҡыҙҙары әйҙәгәс, ҡыҙыҡ өсөн генә сәнғәт училищеһының актерҙар әҙерләү бүлегенә имтихан тотоп ҡарай. Һәм, ни ғәжәп, актриса карьераһы хаҡында хыялланған, һынауҙарға етди әҙерләнгән ҡыҙҙар конкурстан үтә алмай ҡала, ә Наилә һис ауырлыҡһыҙ студент булып китә.
Уҡыуҙар тамамлана. Ҡулдарына таныҡлыҡ алған профессиональ актерҙар, кемебеҙҙе ниндәй театрға эшкә тәғәйенләрҙәр икән, тип көтә башлай. Бер көндө уларҙың һәммәһен дә мәҙәниәт министрлығына саҡырып, әлегә театрҙарҙа буш урындар булмауын, күпмелер ваҡыт көтөргә кәрәклеген еткерәләр ҙә: “Тик бына Наилә Фазыловаға ғына бөгөндән эш бар, уны радиоға диктор итеп саҡыралар”, – тиҙәр. Бәлки, театрҙа ла эш табылыр ине тип уйлаған ҡыҙ йәнә ҡаушап ҡала ла, ни ҡылырға белмәй, ауылға ҡайтып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, уны эҙләп табып, барыбер радиоға саҡыртып алалар. Шулай итеп, 65-се йылдың май айында Наилә Ғәләүетдинованың эш стажы башланып китә. Ә башҡа курсташтарының кемеһелер – Салауат, кемеһелер Сибай драма театрына ебәрелә. Нурия Ирсаева Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына алына. Әйткәндәй, бер ни тиклем ваҡыттан һуң Наилә Ғәләүетдинованы ла республиканың төп театрына эшкә саҡыралар. Театрҙың ул саҡтағы директоры Фәиз Вәхитов: “Һиңә эш бар, туғаным, әйҙә, беҙгә кил”, – тип тәҡдим итә. Наилә был тәҡдимгә ҡыуана. Ғариза яҙалар ҙа бергәләшеп радиокомитет рәйесе Ғариф Ғөзәировҡа инәләр. Ә етәксе кеше ишетергә лә теләмәй, бер ҡайҙа ла бармайһың, үҙебеҙҙә ҡалаһың, тип ғаризаны йыртып ташлай ҙа йәш дикторға эшен дауам итергә ҡуша. Ә театр директорына: “Башҡа ундай тәҡдимдәр менән беҙҙең кадрҙың башын ҡатырмағыҙ, ул – үҙ урынында”, – тип кенә яуаплай. Шулай итеп, Наилә башҡа театр тип ауыҙын да асмай. Әммә яҙмышының уны тап ошо юлдан алып китеүенә һис тә үкенмәй.