Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 12:20

Ҡырау төшә

Әбейҙәр сыуағы ҡасан башлана?

24 сентябрҙә һауа торошо яуым-төшөмһөҙ көтөлә . Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Һауа температураһы төндә 0-5 градус, урыны менән 0,-3 градусҡа тиклем түбәнәйеп, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе мөмкин.

Көндөҙ һауа 10-15 градусҡаса йылына.

Кесаҙна, 25 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көндөҙ 17 градусҡа тиклем йылыта.

Башгидромет хәбәр итеүенсә, оҙаҡҡа һуҙылған һалҡын һәм ямғырлы көндәрҙән һуң 24 сентябрҙән һауа шарттары яҡшыра башлай. Рәсәйҙең Европа өлөшөнә һәм Уралға ҡеүәтле антициклон килә, шуға болоттар таралып, ҡоро көндәр башлана.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала йылы «әбейҙәр сыуағы» сентябрь аҙағына тиклем һаҡлана.

Читайте нас: