Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 09:45

Һеҙҙә теш табибы бармы?

Тағы ниндәй белгестәр юҡ?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бөгөн етешмәгән белгестәрҙе атаны. Мәҫәлән, әле табип акушер-гинеколог, анестезиолог-реаниматолог, балалар кардиологы, балалар онкологы, балалар уролог-андрологы, балалар хирургы, балалар эндокринологы, нейрохирург, неонатолог, онколог, офтальмолог, балалар психиатры, балалар стоматологы, травматолог-ортопед, рентгенэндоваскуляр диагностика һәм дауалау буйынса табип, ашығыс медицина ярҙамы табиптарына мохтажлыҡ бар. Әлбиттә, “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектына ярашлы республикала был ҡытлыҡты бөтөрөү йәһәтенән ҙур эш башҡарыла. Шулай ҙа етешһеҙлектәр бар әле. Хәлде яҡшыртыу маҡсатында дәртләндереү программаһы эшләй. Киләсәктә ул яҡшы һөҙөмтәләр бирер тип көтөлә.
Читайте нас: