Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә бойомға ашырылған "Мәҙәниәт" милли проектының “Мәҙәниәт инфраструктураһы үҫешенең сифатлы яңы кимәлен тәьмин итеү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау һәм уның биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара.
Быйылдан аукцион еңеүсеһе «Алмаз и К» йәмғиәте менән 9213120 һумға килешеү төҙөлә. Бөгөн ремонт эштәре тамамланып бара.
Икенсе Этҡол ауылында 939 кеше йәшәй. Этҡолдар - һәләтле, әүҙем халыҡ, төрлө мәҙәни саралар, конкурстарҙа ҡатнашып танылыу алған.
Бында төрлө түңәрәктәр эшләй. “Осҡон”, “Йәнгүҙәй”, “Ҡорҙаштар” ансамблдәренең, "Ҡолонсаҡ" балалар ижады студияһының сығыштары тамашасы һөйөүен яулаған.