Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 21:35

Миләш-кәләш

...Ләкин ҡалһын минең устарымдаТөҫ ташламаҫ миләш ялҡыны... Хатыңдан.

Баҫымсаҡ көҙ тәрән уйға сумған,
Һағыш менән тулған уйҙары.
Һағыштары, һары һағыш һымаҡ,
Ялмап алған урман буйҙарын.
Хатта имән, ғорур йәнле имән,
Башын эйгән – уйы ауырға.
Ни ҡалған һуң баҡыр йәштәренә
Ал ямғырҙар булып яуырға?
Әллә инде утлы ҡуҙы менән
Яндырамы уны миләше?
Ә бит тоғро аҡ ҡайыны барҙа,
Булмаҫ миләш уның кәләше!
Эй, йәш миләш, утлы күҙ йәш-тәлгәш,
Ниңә шулай көҙләп балҡының?
Ҡалһын, ҡалһын үҙ усыңда ғына
Тик берәүгә изге ялҡының!..
Рәми Ғарипов.
Читайте нас: