Иркутск өлкәһендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Байкал” йәштәр форумына йомғаҡ яһала. Рәсәйҙең 26 төбәгенән килгән 60 ҡатнашыусы төрлө кимәлдәге гранттарға эйә була. Башҡортостандан ирекмән Ксения Романенко ла бар. Уға ата-әсәһенән ҡараусыһыҙ ҡалған балалар менән төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрер өсөн 130 мең һум кимәлендәге грант бирелгән.