Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 13:50

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса фән кандидаттары әҙерләнәсәк

24-25 сентябрҙә «Красноусол» шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Төбәк-ара форумы үтте.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә республикабыҙҙа туған телебеҙҙе өйрәнеү, үҫтереү һәм популярлаштырыу йәһәтенән бик күп йөкмәткеле һәм файҙалы саралар уҙғарыла.
24-25 сентябрҙә «Красноусол» шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Төбәк-ара форумы үтте. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан тойошторолдо. Республиканың һәм күрше төбәктәрҙең төрлө уҡыу йорттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан, рухлы йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләгән 200-ҙән ашыу уҡытыусы эшлекле һөйләшеүгә, фекер алышыуға, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашырға йыйылды.
Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультеты ғалимдары ойошторған майҙансыҡта цифрлаштырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри компетентлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән оҫталыҡ класы тәҡдим ителде. Майҙансыҡта ҡатнашыусылар уҡытыусының профессиональ һәм федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы үҙҙәренең һөнәри кимәлен тест аша асыҡлағандан һуң, информацион технологияларҙың төп алымдары менән яҡындан танышты, күнекмәләр алды. Шулай уҡ университетта тормошҡа ашырылғын «Һанлы PROсвет» («Цифровой PROсвет») һәм башҡа проекттар хаҡында һөйләште. Ғөмүмән, форумды ойоштороусылар тәүге эш көнөндә 12 майҙансыҡта һәр ҡатнашыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек бай программа тәҡдим итте.
Төбәк-ара форумдың икенсе көнөндә биш майҙансыҡта панель дискуссиялар ойошторолдо. Килсенбаев Урал Таһир улы, Зиннуров Илшат Булат улы алып барған майҙансыҡта Аҡмулла университеты ғалимдары мәғариф системаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү перспективалары хаҡында фекер алышыуҙа ҡатнашты. Һөйләшеү барышында бик күп етди һорауҙар ҡуйылды, уларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡытыусыларҙың һәр береһе ижади эшләй, яңы алымдар ҡуллана, эш тәжрибәләре нигеҙендә уҡыу әсбаптары ла сығара, уларҙы үҙҙәренең эшендә апробациялай.
Форумдың эш программаһына ярашлы, ошо уҡ көндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән осрашыу булды һәм унда панель дискуссияла әйтелгән төп фекерҙәр, тәҡдимдәр етәкселеккә еткерелде. Педагогия фәндәре кандидаты Таһирова Сәлимә Айбулат ҡыҙы бай тәжрибәле уҡытыусыларҙы “13.00.02 Белем биреү һәм тәрбиә теорияһы һәм методикаһы (туған тел)” белгеслеге буйынса маҡсатлы йүнәлтмә менән аспирантураға һәм докторантурға уҡырға ебәрергә һәм уларҙың эш тәжрибәһен фәнни яҡтан нигеҙләп, башҡа уҡыу йорттарына таратырға кәрәклеге тураһында әйтте. Республика Башлығы Хәбиров Радий Фәрит улы был фекерҙе хупланы һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса диссертациялар әҙерләүҙең әһәмиәтен билдәләне.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Төбәк-ара форумында ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәт алды һәм был сараны ойошторусыларға, шулай уҡ ике йөҙҙән артыҡ делегатты ҡабул иткән Ғафури районы етәкселәренә, “Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәрен белдереп таралышты.
Ләйлә Хөсәйенова. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы.
Читайте нас: