Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 00:08

Башҡортса белгәндәргә ниндәй өҫтөнлөк буласаҡ?

Радий Хәбиров фекеренсә, туған телде бала саҡтан өйрәнә башлар кәрәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында, инглиз теле буйынса бирелә торған кеүек үк, башҡорт телен өйрәнеүгә лә сертификат индерергә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.
Мәғариф һәм фән министрлығына был һорауҙы өйрәнергә, сертификатҡа эйә булғандарға, мәҫәлән, муниципаль йәки дәүләт власы органдарына эшкә ингәндә өҫтөнлөк биреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушылды.
Радий Хәбиров фекеренсә, туған телде бала саҡтан өйрәнә башлар кәрәк. Бының өсөн шарттар тыуҙырыу мотлаҡ, шул иҫәптән балалар баҡсаларында ла. Ул еңеүселәргә Республика Башлығы премияһын тапшырып, “Туған телгә өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” республика конкурсын ойоштороу идеяһын да хупланы.
Башҡорт телен уҡытыу методикаһының заман талаптарына яуап биреүен, әммә был эште артабан да дауам итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас в