Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 18:50

Көҙҙәрҙә лә яҙҙар ҡабатлана...

Күберәк йәйәү йөрөргә, алтын көҙҙөң тәмен-йәмен белеп ҡалырға ашыҡ!

  1. Йыш ҡына социаль селтәрҙә нимә ҡарауыбыҙ, нимә уҡыуыбыҙ беҙгә йоғонто яһай. Шуға күрә, былай ҙа кәйеф булмаған саҡта яҡшы яңылыҡтар уҡырға, матур фото, һүрәттәр ҡарарға, күңелле йырҙар тыңларға тырышығыҙ.
  2. Әйләнә-тирәңде үҙгәрт. Был яңы ҡорған да, мендәр тышы ла, яңы ҡулсатыр ҙа булырға мөмкин.
  3. Ғөмүмән, үҙең өсөн берәй матур әйбер һатып алыу һәр ваҡыт кәйефте күтәрә. Бары тик асыҡ төҫтән булһын.
  4. Цитруслы үҫемлектәрҙе күберәк ашарға кәңәш ителә. Ғалимдар уларҙың еҫе йоҡоно осороуын, кәйефте күтәреүен раҫлай.
  5. Баллы еҫле парфюмдар нәҡ көҙ өсөн генә. Улар кәйефте күтәрә, үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәй.
  6. Спорт менән даими шөғөлләнергә. Хәрәктләнеү ҡандағы эндорфин күләмен арттыра. Иртәнге зарядка ғына ла көн буйына етәрлек яҡшы кәйеф бүләк итә ала. Күберәк йәйәү йөрөргә, алтын көҙҙөң тәмен-йәмен белеп ҡалырға ашыҡ!
  7. Көҙөн эмоциялар, яңы хис-кисерештәр күберәк кәрәк. Төрлө сараларға йөрөү иң ҡулай ысул.
  8. Мөмкинлек булһа, ялдарҙа бәләкәс кенә сәйәхәт ойошторорға мөмкин. Был сит ил дә, яҡын-тирәләге ауыл да була ала.
  9. Йоҡо туйһын. Бының өсөн ваҡытында ятып, ваҡытында уяныу ҙа етә.
  10. Читайте нас: