Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 17:50

Тырыша икән – хаҡ юлда

Ғибәҙәт – намаҙлыҡта ултырыу ғына түгел, ә тырышлыҡ, яҡындарың хаҡында хәстәрлек, даими хеҙмәт күрһәтеү ул.

Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, сәхәбәләре менән һөйләшеп ултырғанда шул мәғлүм була: йәштәр араһында сабырлығы, эшлеклелеге, көслө ихтыярлығы менән айырылып торған егет кәсеп итергә сығып киткән.
  • Тотто ла ҡырға юлланды, - тип көрһөнгән өлкән әңгәмәселәрҙең береһе. – Их, үҙенең йәшлеген, көс-ҡеүәтен Аллаһ юлына сарыф итһә икән...
  • Улай тимәгеҙ, - тип ҡаршы төшкән Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. – Әгәр ҙә ки егет туғандарына ризыҡ табыу өсөн кәсепкә сығып киткән икән, ул – Аллаһ юлында; ҡартлыҡ ҡорона ингән ата-әсәһе хаҡына аҡса табыу маҡсатын ҡуйған икән, ул – Аллаһ юлында; йәшәү сығанағы эҙләһә, ул – Аллаһ юлында. Ә инде үҙенә иғтибар йәлеп итеү, маҡталыу, башҡаларға күренеү маҡсатын ҡуйған булһа – шайтан юлында.
  • Ғибәҙәт – намаҙлыҡта ултырыу ғына түгел, ә тырышлыҡ, яҡындарың хаҡында хәстәрлек, даими хеҙмәт күрһәтеү ул.
    • Эй, Аллаһ илсеһе! Малдың иң яҡшыһы ниндәй була? – тип һорағандар унан.
    • Үҙ ҡулдарың менән эшләп тапҡаны, намыҫ менән сауҙа итеп алынғаны, - тигән ул.
    • Читайте нас: