Бөгөн Ғафури районының Юлыҡ ауылында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы менән “Йәшел Рәсәй” экологик шәмбе берләштерелеп Еҙем йылғаһының аръяғында ҡайын, имән, тирәк ағастары ултыртылды. Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, кәмендә 75 төп ағас ултыртыу алдан уҡ маҡсат итеп ҡуйылған был шәмбе өмәһенә ауыл халҡы дәррәү ҡушыла.